Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2022, 16:50

Гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын биреү тәртибе лә бер ни тиклем үҙгәргән.

Гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды
Гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люциә Сәйфуллина, уның урынбаҫары Роман Низаметдинов, Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү конкурс комиссияһы рәйесе Ирина Абрамова 2022 йылда республиканың граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан гранттарға ғариза ҡабул итә башланыуы тураһында һөйләне. Проекттарҙы финанслауға 241 миллион һум бүлеү ҡаралған.

Фонд директоры Люциә Сәйфуллина белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһынан бюджет 140 миллион һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, коммерцияға ҡарамаған Хөкүмәттеке булмаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеүгә сығымдарҙы ҡаплауҙа федераль финанслау буйынса 101 миллион һум бүлеү раҫланған.

Мәғлүм булыуынса, гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 14 марттан башланған һәм 12 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Бер көн эсендә 12 коммерцияға ҡарамаған ойошма берҙәм платформалағы (https://грантыглавы102.рф/.) үҙҙәренең шәхси кабинеттарында ғаризалар тултыра башлаған.

– Әлеге ваҡытта еңеүселәр араһында “Фән һәм мәғариф”, “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи иҫтәлекте һаҡлау”, “Милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты нығытыу” йүнәлештәре буйынса проекттар аҙ. Экологик проекттар талап ителә: ҡайтанан эшкәртеү, сүп-сарҙы айырып йыйыу, ирекмәндәр проекттары, – ти Люция Ҡәғим ҡыҙы.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын биреү тәртибе лә бер ни тиклем үҙгәргән. Атап әйткәндә, ҡатнашыусыларҙан һалым бурыстары булыуы тураһында белешмә талап ителмәй. Хәҙер ғәмәлдә булған Уставты, әгәр етәксе үҙе тапшыра алмаһа, уның урынына яуаплы кешегә ышаныс ҡағыҙы, шәхси мәғлүмәттәрҙе тикшереүгә рөхсәт тапшырырға кәрәк.

– Фонд грант иҫәбенә рөхсәт ителгән сығымдар төрөн арттырҙы. Коммерцияға ҡарамаған ойошма хеҙмәткәрҙәренең командировкаһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһе буйынса проектҡа бәйле булғанда, уның сығымдарын ҡапларға рөхсәт ителә. Бынан тыш, грантты проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнашҡан бинаның коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡаплауға тотонорға ла мөмкин: электр утына, һыуға, йыйылыҡҡа, газға һәм башҡа сығымдарға, – тип аңлатты Фонд директоры.

Белешмә: Башҡортостан Республикаһының граждар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды (Фонд содействия гражданскому обществу РБ) 2019 йылда булдырылған һәм грант конкурстарын уҙғарыу буйынса вәкәләтле ойошма булып тора. Былтыр Фонд өс конкурс ойошторҙо һәм уларҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 124 проекты еңеп сыҡты.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: