Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2022, 10:30

“Мобилизация тәртибендә эш дауам итә”

Рәсәйҙәрҙең 75 проценты ил Президенты Владимир Путинға ышаныс белдерә.

“Мобилизация тәртибендә эш дауам итә”
“Мобилизация тәртибендә эш дауам итә”

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика Башлығы Хакимиәте эшендәге үҙенсәлектәр тураһында яҙма ҡалдырҙы.

“Йәшермәйем, беҙҙә, Хөкүмәттә һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә үҙебеҙҙең социологиябыҙ бар. Беҙ уны баҫтырып сығармайбыҙ, әммә асыҡтан-асыҡ әйтмәһәләр ҙә, социаль селтәрҙәрҙә “өндәшмәһәләр ҙә”, кешеләрҙе ысынында нимә борсоғанын, теге йәки был программаның һөҙөмтәһен нисек баһалағанын аңлау өсөн иғтибар менән анализлайбыҙ һәм эшебеҙҙә файҙаланабыҙ. Был ҡарар ҡабул иткәндә яҡташтарҙың фекеренә таянырға ярҙам итә.

Һуңғы ике аҙналағы һорауламалар дәүләт башлығына ышаныс рейтингының кинәт артыуын күрһәтә. Быны беҙ генә түгел, башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ, шулай уҡ “ВЦИОМ” һәм “ФОМ” кеүек билдәле социология хеҙмәттәре лә билдәләй.

Мәҫәлән, “ФОМ” мәғлүмәттәре буйынса рәсәйҙәрҙең 75 проценты В. Путинға, 55 проценты Хөкүмәт Рәйесе М. Мишустинға ышаныс белдерә. Власть рейтингтарының үҫеүенең бер нисә сәбәбе бар. Ил ҡатмарлы мобилизация осорона аяҡ баҫты. Был мобилизация именлегебеҙҙе һәм Рәсәйгә ситтән янаған цивилизация хәүефен еңеп сығыу өсөн кәрәк. Мобилизация тәртибе ошо юҫыҡта эшләй, һәм йәмғиәт менән властың яңы консенсусы тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Хәтерегеҙҙәлер, ошоға оҡшаш хәл Ҡырым яҙы осоронда ла күҙәтелгәйне. Әйткәндәй, тиҙҙән беҙ уның сираттағы йыллығын билдәләйбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта хәҙер республика Хөкүмәте ағзалары өсөн төп бурыс – иҡтисади юғалтыуҙарҙы кәметеү һәм дәүләткә идара итеү эшен социаль-иҡтисади сәйәсәт, структур ҡатмарлыҡтарға һәм Көнбайыш илдәренең дошмансыл ғәмәлдәренә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлелеген күрһәтеүҙе дауам итерлек итеп ҡороу. Беҙ, #Хәбировкомандаһы, Президент һәм Хөкүмәт тирәләй мобилизация һәм тупланыу тәртибендә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: t.me/agnazarov/43

Сығанаҡ: t.me/agnazarov/43

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: