Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2022, 19:00

Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы йыллығы алдынан баш ҡалабыҙҙан 200 кеше илһөйәрлек автоуҙышына ҡушылды.

Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо

Бөгөн, Рус яҙы һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы йыллығы алдынан, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмаһы әүҙемселәре тәҡдиме буйынса Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо.

Был ҡалала йәшәгән 200-ҙән ашыу кеше Рәсәй, Башҡортостан флагтары, акция символикалары ҡуйылған ҡырҡ автомобилдә Дим шоссеһынан Ағиҙел күперенә һәм Салауат Юлаев проспекты маршруты буйынса уҙҙы.

Акцияла ҡатнашыусылар Дим биҫтәһенең Дағстан урамында урынлашҡан “Магнит” магазины алдында йыйылып, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар башҡарҙы, флешмобта бейене, ә ирекмәндәр уҙып барыусыларға “#ZаНаших” хештегтары булған наклейкалар таратты.

– Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға арнап, йәмәғәт, йәштәр һәм патриотик ойошмаларҙың әүҙем ағзалары менән ватандаштарыбыҙҙы хуплауға бағышланған автоуҙыш ойошторҙоҡ. Беҙҙең ил һигеҙ йыл элек ҡырымдарҙың һәм севастополдәрҙең ирекле һайлауын хупланы, һәм бөгөн беҙ Донбасс халҡын яҡлауға баҫтыҡ, – тип һөйләне Йәштәр сәйәсәте лигаһы башҡарма комитеты етәксеһе Азат Килсенбаев.

Акция аҙағында “Йәшлек House” йәштәр киңлегендә “Несокрушимый”  фильмы күрһәтелде. Картина нигеҙендә – “КВ-1” танк экипажының үҙенсәлекле батырлығы тарихы.

Фото: сараны ойоштороусыларҙан.  

Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Өфөлә илһөйәрлек автоуҙышы ойошторолдо
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: