Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2022, 22:00

"Күрһәткән изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ"

Ҡырмыҫҡалыла, Ишембайҙа, Өфөлә гуманитар ярҙам йыйыу нисек бара? 

"Күрһәткән изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ"
"Күрһәткән изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ"

Башҡортостанда Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға республика ойошмалары әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, аҡса йыйыуҙа Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе ҡатнашты. Коллектив бик күп аҙыҡ-түлек тауарҙары, көнкүреш химияһы, мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйған.

“Беҙ күршеләребеҙ – дуҫтарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ. Улар өсөн бик борсолабыҙ. Барыһына ла ныҡлыҡ теләйбеҙ, һәммәһе лә яҡшы тамамланырына ышаныс белдерәбеҙ. Киләсәктә улар тыныс йәшәй аласаҡ. Беҙ артабан да һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ”, – тине Социаль страховкалау фонды етәксеһе Марат Латипов.

Был эшкә Башҡортостан буйынса федераль һалым хеҙмәте лә ҡушылды. Улар үҙәк ҡабул итеү пунктына шәкәр ҡомо тапшырған. Ә Умартасылыҡ һәм апитерия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙ продукцияларын килтергән.

Республиканың район-ҡалаларында ла гуманитар ярҙамды күпләп туплағандар. Мәҫәлән, бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлексәһенән кәрәк-яраҡ килтерелгән. Бер нисә көн эсендә ундағы битараф булмаған халыҡ иң кәрәкле аҙыҡ-түлек тауарҙарын 400 килограмдан ашыу йыйған. Шәкәр, бал, макарон, ярмалар, он, тәм-том килтергәндәр. Шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн кейем, көнкүреш химияһы, шәхси гигиена әйберҙаре бар.

“Ҡырмыҫҡалылар ысын күңелдән ярҙам итте. Барыһы ла Донбаста тиҙерәк тыныс тормош башланыуын теләй. Ошондай ҡатмарлы осорҙа беҙҙә ситтәрҙең бәләһенә вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең күплеге бик ҡыуаныслы”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлексәһе башҡарма секретары Зөлфиә Бәхтийәрова.

Аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена сараларын партияның Ишембайҙағы бүлексәһе лә тапшырҙы. Улар ЛНР һәм ДНР-ҙан эвакуацияланған граждандарға 270 килограмм гуманитар ярҙам йыйған.

Йәмәғәт ярҙамы штабына кәрәк-яраҡты өфөләр ҙә килтерә.

– Шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары алып килдем. Йыйыу пунктында беренсе тапҡыр ғына түгелмен. Бында кешеләрҙең күп килеүен, ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышыуын күрәм, – тине, мәҫәлән, пенсионер Рәйсә Вәлиева.

Гуманитар ярҙам йыйыу һәм ҡабул итеү пункттарында “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре ярҙам итә. Студенттар Рузалина Йосопова, Сулпан Ғиләжева көн һайын уҡыуҙан һуң аҙыҡ-түлекте, шәхси гигиена сараларын бүлеп һалыуҙа булышлыҡ ҡыла.

“Ирекмәнлек менән 8-се кластан шөғөлләнәм. Бөгөн сираттағы тапҡыр ДНР һәм ЛНР кешеләренә ярҙам итергә килдем, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға гуманитар ярҙамды ебәрергә әҙерләйбеҙ, – тине улар. – Республика халҡы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре килтерә. Беҙ уларҙы артабан тапшырыу өсөн категориялар буйынса бүләбеҙ”.

Рузалина Йосопова белдереүенсә, был изге эшен ата-әсәһе лә хуплай, изгелек һәр саҡ үҙеңә кире әйләнеп ҡайта, тиҙәр. Сулпан Ғиләжева әхирәте ярҙамында ирекмән булып киткән.

“Кешеләргә ярҙам итеү өсөн махсус оҫталыҡ кәрәкмәй, – ти ҡыҙ. – Изге акцияла һәр кем ҡатнаша ала тип иҫәпләйем”.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә.

Эш режимы: дүшәмбе - йома иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем; шәмбе - йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр. Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге телефоны - 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: