Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2022, 15:30

Һорауығыҙ булһа...

Ниндәй кредиттар буйынса каникул бирәләр һәм уны нисек алырға?

Һорауығыҙ булһа...
Һорауығыҙ булһа...

Санкциялар арҡаһында килемеңде юғалтһаң, нисек итеп кредит каникулын алырға? Нимә ул кредит каникулы? Ниндәй кредиттар буйынса каникул бирәләр һәм уны нисек алырға?

Кесаҙна, 17 мартта, көндөҙгө сәғәт 3-тә Башҡортостан Хөкүмәте сәхифәһендә тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге начальнигы Фәнүзә Фәрит ҡыҙы Кәлимуллина ошо һорауҙарға яуап бирә.

Төбәк Хөкүмәтенең рәсми сәхифәһендә Объясняем.Башкортостан проекты һәм Республикаға идара итеү үҙәге менән берлектә эксперт Көнбайыштың санкциялар баҫымы шарттарында Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында һөйләй. Фәнүзә Кәлимуллина шулай уҡ халыҡтың банк карталары, һаҡламдар, кредит буйынса процент ставкалары тураһындағы һорауҙарына яуап бирә.

#Бaшҡортостан #командаХабирова #правительствоРБ #правительстворазвития #Объясняем_Башкортостан #ОбъясняемРФ

Фото: vk.com/bashkortostan

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: