Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2022, 16:00

100-сө эфир булған

Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында башҡорт телендә - 99-сы, рус телендә 100-се тура бәйләнеш эфирға сыҡҡан.

100-сө эфир булған
100-сө эфир булған

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар эш көнө иртәһен “Сәләм”һеҙ күҙ алдына ла килтермәй. Төбәк халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән, ошо хаҡта һөйләгән һәм яҙған коллегаларыбыҙға рәхмәт, ти улар.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, кесаҙна иртәһенә халыҡты иҡтисад (65 хәбәр), юлдар (56) һәм һаулыҡ һаҡлау темалары борсой (48).

11-се класс уҡыусылары сығарылыш имтихандарына әҙерләнә. 2022 йылдың 26 мартында Башҡортостанда “Ата-әсәләр өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө. Бергә тапшырабыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Унда һәр теләгән атай-әсәй ҡатнаша ала. Улар балалар менән бергә Берҙәм дәүләт имтиханы көнөндәге үҙенсәлектәрҙе барлаясаҡтар.

Акция шарттары менән тулыраҡ https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/435908/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Видеола иһә баланы имтиханға әҙерләү хаҡында мәғлүмәт бар.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: