Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 11:15

Бурыстарҙы үтәй башланыҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Телеграм”да ил етәксеһе Владимир Путиндың һуңғы ҡарарҙары тураһында яҙма ҡалдырған.  

Бурыстарҙы үтәй башланыҡ
Бурыстарҙы үтәй башланыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин сәйәсәтебеҙҙең төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән указға ҡул ҡуйҙы. Төп саралар араһында:

- социаль түләүҙәр күләмен арттырыу;

- ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға адреслы ярҙам принцибына күсеү;

- мөһим кәрәк-яраҡ тауарҙарына хаҡтарға даими мониторинг;

- халыҡты эш менән тәьмин итеү, шул иҫәптән ҡайтанан уҡытыуҙы һәм квалификацияны күтәреүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тотоу;

- бизнес өсөн административ кәртәләрҙе кәметеү һәм уға адреслы ярҙам күрһәтеү. Сара, мәҫәлән, льготалы кредитлауҙы, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуҙы һәм башҡа форматтарҙы үҙ эсенә ала. Ошо турала ентекләберәк яҙғайным инде;

- шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү саралары ла ҡарала. Төбәктәргә бирелгән бюджет кредиттары буйынса түләүҙәрҙе кисектереү дәүләт башлығының мөһим ҡарары булып торҙо. Кәрәк булғанда субъекттарҙың коммерция кредиттары бюджет кредиттары менән алмаштырыласаҡ, ә бюджет кредиттарының түләү ваҡыты кисектерелә. Хәҙерге шарттарҙа был төбәктең финанс системаһына ярайһы уҡ ярҙам итәсәк.

Шуны әйтергә кәрәк: беҙ Президенттың бөгөнгө указының күп положениеларын үтәү өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең республикала көрсөккә ҡаршы штаб эшләп килә - әйткәндәй, улар бөтә төбәктәрҙә лә булдырылырға тейеш. Башҡортостандағы был штаб ҡуйылған бурыстарҙың байтаҡ өлөшөн хәл итә, мәҫәлән, айырыуса кәрәкле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар мониторингы менән әүҙем шөғөлләнә, хеҙмәт баҙарындағы хәлде һәм халыҡтың мәшғүллеген контролдә тота.

Указ шулай уҡ билдәләнгән ҡарарҙарҙы үтәү өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр барлыҡҡа килһен өсөн төбәк властарының вәкәләттәрен киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. #Хәбировкомандаһы был бурыстарҙы атҡарып сығыр, тип ышанам, етмәһә, беҙ төп мәсьәләләрҙе хәл итергә планлаштырабыҙ ҙа инде. Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, төп ҡарарҙарыбыҙ һәм өлгәшкән һөҙөмтәләр хаҡында һеҙгә оператив рәүештә һөйләргә тырышасаҡмын”, – тигән ул.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в