Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2022, 13:45

“Һөҙөмтәле эш итергә тейешбеҙ”

Максим Ульчев күптән түгел Нефтекама Матбуғат йортонда булды.

“Һөҙөмтәле эш итергә тейешбеҙ”
“Һөҙөмтәле эш итергә тейешбеҙ”

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Telegram каналында район матбуғат баҫмаларының эшмәкәрлеге тураһында яҙып сыҡты.

“Мин район матбуғат баҫмалары эшмәкәрлеген йыш телгә алам. Улар беҙҙә 116. Әле урындарҙа киң мәғлүмәт саралары һәм полиграфия өлкәһендә өс мең самаһы кеше эшләй, тап шуға күрә мин мөмкинлек булған һайын райондарға барып, тармаҡ вәкилдәре менән осрашып, проблемалар тураһында һөйләшергә тырышам.

Ошо көндәрҙә Нефтекамала эш сәфәрендә булдым, ундағы Матбуғат йорто етәксеһе Ромэн Булатов һәм район, ҡала гәзиттәренең мөхәррирҙәре менән осраштым. Коллегалар менән полиграфия эшен ойоштороу буйынса тәү сираттағы бурыстарҙы, предприятие эшмәкәрлегенең иҡтисади мәсьәләләрен тикшерҙек.

Журналистар менән шулай уҡ мәғлүмәт еткереүҙең артабанғы форматы тураһында фекер алыштыҡ, сөнки төрлө ялған яңылыҡтарға ҡаршы тороу өсөн хәҙер беҙ алдан күҙаллап һөҙөмтәле эш итергә, йәмғиәттең яңы талаптарына ҡулайлашырға һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһындырған барлыҡ мәсьәләләр буйынса дөрөҫ һәм аңлайышлы мәғлүмәт бирергә тейешбеҙ”, – тип яҙған Максим Ульчев.

Фото: vk.com/maximulchev

Сығанаҡ: t.me/mass_mediarb/65

“Һөҙөмтәле эш итергә тейешбеҙ”
“Һөҙөмтәле эш итергә тейешбеҙ”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: