Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәге иҫкәртә. Ташҡын барышын ерҙән дә, күктән дә күҙәтәләр. Ҡотҡарыусыларға мониторинг системаһы һәм стационар гидропостар ярҙам итә.
Ташҡындың кимәлен аныҡ күҙаллау 25 мартта буласаҡ. Быйыл йылғаларҙағы боҙ ҡалынлығы йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк, шуға тығындар аҙ буласаҡ, ти белгестәр.
Һыу кимәле, ташҡында үҙеңде нисек тотоу хаҡындағы мәғлүмәт республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты сайтында, https://gkchs.bashkortostan.ru/activity/ һылтанмаһы буйынса бар. Шулай уҡ карточкаларҙа - тулыраҡ мәғлүмәт.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.