Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 10:45

Ауылға төҙөк күпер кәрәк

Ғәзим Талипов.
Фото:Ғәзим Талипов.

Балтас районының Көнтүгеш ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, халыҡ ошо хаҡта фекер алышты. Йыйылыштың көн тартибенә быйыл “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды.

Сарала ауыл халҡының 112 кешеһенән бары егерме кеше ҡатнашты. Был сикләү хәүефһеҙлек сараһына бәйле ине. Көнтүгеш ауыл советы етәксеһе Игорь Йәниев йыйылыштың рәйесе булып сығыш яһаны, ауыл халҡы иһә йылдағыса бер тауыштан программала ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе.

Урындағыларға хәл итәһе проблема тураһында оҙаҡ уйланаһы түгел – Көнтүгеш йылғаһы аша күпер емерек хәлдә. Уны мотлаҡ төҙөкләндерергә кәрәк. Хаҡлы ялдағы Риф Миңнеғәлин менән Рәфизә Гәрәева үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

– Күперҙең төҙөк булыуы бар ауылдаштар өсөн дә кәрәк. Шул күпер аша халыҡ урманға, бесәнлеккә, шишмә һыуына, быуа буйына йөрөй. Ауыл мәҙәниәт  йортонда ойошторолған “Аманат” фольклор ансамблендә ҡатнашҡан дүрт кеше ошо күпер аша үтеп йөрөргә мәжбүр. Һыу бер яҡтан ярын йыуған, өҫтөндәге плитәләр емерелгән. Ауыл ерендә мейес яғып йылытылған өйҙәрҙә ғүмер кисергән, күпселек өлкән йәштәгеләргә, уларҙың ҡайтып йөрөгән балаларына күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра был күпер, – ти Рәфизә Әсхәт ҡыҙы.

Һөйләшеү барышында залда ултырған бар халыҡ, программаға ярашлы Көнтүгеш йылғаһы аша күперҙе капиталь төҙөкләндереү проблемаһын һайлап, бер тауыштан ҡул күтәрҙе. Халыҡтан йыя торған өлөштө сметала ҡаралған сумманың ун проценты күләмендә индерергә килештеләр.

Йыйылышта ауылда йәшәгән иң әүҙем кешеләрҙән торған инициативалы төркөм төҙөлдө. Улар өйҙәр буйлап йөрөп, халыҡҡа программа шарттарын аңлатты.

Әлеге мәсьәләнең хәл ителеүен теләп, ауыл балалары уҡыған Иванай мәктәбе уҡыусылары теләктәшлек белдерҙе. Уҡыусылар волейбол ярышы үткәрҙе.

Ауыл халҡының маҡсаты – конкурс шарттарын уңышлы үтеп, күперҙе төҙөкләндереү. Был аҙым ауыл халҡының тормошона яңы һулыш өҫтәр ине.

 

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

 

Балтас районы.

Читайте нас: