Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 13:30

Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы

Был ватандаштарға ярҙам күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә.

Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы

Рәсәйҙең күп төбәктәре, дәүләт һәм йәмәғәт берлектәре хәрби-ватансылыҡ акциялары ойошторҙо, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы халҡына гуманитар ярҙам йыйҙы.

“Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы (ДОСААФ) был ауыр тарихи осорҙа Луганск Халыҡ Республикаһында һәм Донецк Халыҡ Республикаһында барған хәлгә битараф ҡалманы.

Рәсәй ДОСААФ-ы 1 марттан 5 мартҡа тиклем Донбасс ҡалаһына гуманитар ярҙам тейәлгән алты йөк автомобилен оҙатты.

14 марттан Рәсәй ДОСААФ-ының Төмән, Ҡурған, Силәбе, Һамар, Һыратау, Волгоград, Ростов өлкәләренән һәм Башҡортостан Республикаһынан Донбасҡа 30 тонна гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу ҡаралған.

Рәсәй ДОСААФ-ының рәйесе, генерал-полковник Александр Петрович Колмаков тәҡдиме буйынса “Рәсәй ДОСААФ-ы – Донбасс халҡына” хәрби-ватансылыҡ акцияһы ойошторолған.

– Йыйылған әйберҙәрҙе оҙатыуҙа беҙҙең республика ла ҡатнаша. Төмән – Ҡурған – Силәбе маршруты буйынса гуманитар йөк Башҡортостан Республикаһының Иглин районында туҡталды. Иглин районы башлығы етәкселеге аҫтында битараф булмаған кешеләр гуманитар ярҙам йыйып,  тейәп ебәрҙе. Беҙ хеҙмәттәштәребеҙ һәм граждандар ярҙамында 3,5 тонна самаһы йөк йыйҙыҡ. Үҙебеҙҙең республикала етештерелгән тауарҙарға өҫтөнлөк бирергә тырыштыҡ. Йыйылған гуманитар ярҙамға мелькомбинаттың ярмалары, Шишмәнең көнбағыш майы, Ҡарлымандың ҡуйыртылған һөтө һәм башҡорт балы кеүек аҙыҡ-түлек инә, – тип уртаҡлашты Рәсәй ДОСААФ-ының Төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Светлана Туразянова ла белдереүенсә, Башҡортостан ДОСААФ-ы төрлө гуманитар акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

– Был ҙур эш. Ул ватандаштарға ярҙам күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә беҙҙең йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә. Гуманитар ярҙамды тейәүҙә генерал-майон Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе айырым юнармия полкы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Улар Өфө автотранспорт колледжы базаһында булдырылған рота кадеттары. Шулай уҡ Рәсәй ДОСААФ-ының Өфө автомобиль мәктәбендә хәрби водителдәр әҙерләү программаһы буйынса уҡыған курсанттар ҙа ярҙам итте, – тип уртаҡлашты Светлана Туразянова.

Фото: Башҡортостан ДОСААФ-ы сайтынан.     

Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Башҡортостан ДОСААФ-ы ла гумантар ярҙам йыйҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: