Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 10:31

Дарыуҙар башты “ауырттырмаҫмы”?

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Рәсәй Радиоһы – Башҡортостан” тура эфирында республикала дарыуҙар менән тәьмин итеү, уларға хаҡтар тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың һәр кемгә лә мөһим,  ҡыҙыҡһындырырлыҡ булғандары менән уҡыусыларыбыҙҙы  таныштырмаҡсыбыҙ. Дарыуҙар менән илдә ни булыр?  Санкциялар баҫымы аҫтында йәшәү  беҙҙе  әһәмиәтле препараттарһыҙ  ҡалдырмаҫмы?

Пандемия дауам иткән ике йыл осоронда дарыуханалар көсөргәнеш менән эшләне, битлек, антисептик, вирусҡа ҡаршы препараттар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тиҙ арала  һатылып, хужаларын тапты. Ковид тулҡыны халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырғаны ла иҫтә. Ирина Кононова әйтеүенсә, бөгөн дарыуханаларҙа ундай  киҫкен  хәл күҙәтелмәй.

– Льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә һатып алыуҙарҙың күпселеге башҡарылды. Хәҙер беҙ  табиплыҡ комиссиялары ҡарары буйынса ҡалған тейешле дарыуҙарҙы алыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Күпме дарыуҙар бар, ҡайҙа, ниндәй препарат етешмәүе тураһында  ентекле иҫәп алып барыла. Мин ҙур күләмдәге күмәртәләп һатып алыуҙар  һәм  баҙарҙар хаҡында әйтәм. Ваҡлап һатып алыуға килгәндә, бында, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙар тураһында һүҙ бара.  Беҙҙә йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлеге (ЖНВЛП) киңәйтелде, хәҙер уларҙың һаны – 808. Былтыр декабрҙә был исемлектәге препараттар ассортименты, һаны, формаһы буйынса етди үҙгәреш күҙәтелде. Был дарыуҙарҙың һаны ла, хаҡы ла  тотороҡло. Бер йылдан да иртәрәк был хаҡ ҡабаттан үҙгәртеп теркәлмәйәсәк. Уларҙың хаҡы менән  “Дарыу средстволарының дәүләт реестры” порталында танышырға мөмкин, – тине етәксе. 

Республикала ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн препараттар етерлек,  социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартҡан, уның урынына аҡса алыуҙы хуп күргән  ауырыуҙар өсөн дә төп төркөмдәге дарыуҙар һатып алынған. Инфаркт, инсульт кисергән, стент ҡуйыу, шунтлау операцияларын үткәргәндәр өсөн дә  ҡалған дарыуҙар  запасы әлегә етерлек.

– “Ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, инвалид булып иҫәпләнмәгән кешеләр ҙә льготалы дарыуҙар менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә. Был льгота федераль үҙәктеке лә, төбәктеке лә түгел, ә милли проекттыҡы. Быйылдан уның срогы ике йылға тиклем оҙайтылды, шуға күрә дарыуҙар запасын тулыландырыуҙы хәстәрләйәсәкбеҙ. Ә бына онкология сиренә килгәндә, хәл ҡатмарлыраҡ... – тип белдерҙе Ирина Кононова. – Дарыуҙар бик ҡиммәт. Химик формулалары арҡаһында, ҡағиҙә булараҡ, икәүҙән дә артыҡ сауҙа атамаһына эйә була алмайҙар, йәғни халыҡ-ара патентланмағандар. Беҙ күптән инде дженериктар һатып алмайбыҙ. Бер үк субстанция, бер үк химик формулалар менән эшләйбеҙ. Илгә килтерелгән субстанция үҙебеҙҙә фасовкалана. Сифатын контролләү ҙә үҙебеҙҙә башҡарыла. Быныһы бик мөһим.  Ниндәй дарыуҙар беҙҙә бар, күпме ҡалған, ниндәй күләмдә һатып аласаҡбыҙ – бөтә мәғлүмәт  аҙна һайын Татьяна  Голикова  өҫтәленә барып ята. Бар төбәктәр ҙә шулай эшләй, эш  аныҡ ойошторолған. Диабет менән сирләүселәргә борсолорға кәрәкмәй – үҙебеҙҙең инсулин да яҡшы сифатлы, һынау үткән. Фармацевтика – бик йылдам үҫешкән, үҙгәреүсән тармаҡ, күнегелгән препараттар урынына яңылары килеп торасаҡ. Беҙ хәҙер яйлап электрон рецепттарға күсеп киләбеҙ. 1 ғинуарҙан ауыл кешеләрен дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыр өсөн  ҡайһы бер саралар ҡабул ителде. ФАП-тарҙа рецепт буйынса һатылмаған дарыуҙарҙы алырға, заказ бирергә мөмкин буласаҡ.

Бөгөн халыҡты тормошта кәрәк булған бөтә тауарға, аҙыҡ-түлеккә, шул иҫәптән дарыуҙарға, хаҡтың артыуы ныҡ борсой. Ҡайһы берәүҙәр дарыуҙарҙы ла алдан хәстәрләп ҡуйыу яғын ҡарай.  Ҡайҙа ихтыяж арта, шунда хаҡтар ҙа күтәрелә башлай. Ирина Кононова дарыуҙар тирәһендә лә ығы-зығы булыу ихтималлығын йәшермәй, тик ул йәшәү өсөн мөһим препараттар (ЖНВЛП) исемлегенә ҡағылмаясаҡ, сөнки дәүләт был исемлектәге дарыуҙар хаҡын контролдә тота.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас: