Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 10:29

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ: “Апрелдә сәсеүгә төшәбеҙ”

Яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлек былтыр ноябрҙә үк башланған.

БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Фото:БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Рәсәй” телеканалының матбуғат үҙәгендә киләһе сәсеү кампанияһына әҙерлек барышы, 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен ойоштороу тураһында һөйләне.

– Быйыл 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен үткәреү айырыуса мөһим булып тора. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгәндә ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе бер ергә йыйып, сәсеү кампанияһына старт биреп, һөйләшеп алыу файҙаға ғына. Күргәҙмә йыл һайын беҙгә ошондай мөмкинлектәр бирә. Быйыл ауыл хужалығы тармағы сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға тейеш, – тине Илшат Фәзрахманов.

Уның һүҙҙәрен “Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы”ның генераль директоры Альбина Килдеғолова ла ҡеүәтләне.

– Быйыл күргәҙмәлә 312 компания ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән вәкилдәр көтәбеҙ. Ҡытайҙан һәм Беларусь Республикаһынан делегациялар килә. Рәсәй һәм республиканың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе лә эшләйәсәк. 150-нән ашыу техника өлгөһө күргәҙмә алдына ҡуйыласаҡ. Пленар ултырышҡа Рәсәй күләмендәге белгестәр саҡырылған, йылдағыса түңәрәк өҫтәлдәрҙә көнүҙәк темаларға арналған кәңәшмәләр үтәсәк, – тине ул.

Күргәҙмә 22 – 25 мартта үтәсәк. Уны шулай уҡ онлайн-форматта ла ҡарарға була.

Матбуғат конференцияһы ваҡытында Илшат Фәзрахманов иң көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.

– Хәҙерге шарттарҙа сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙе тәү сиратта рес­публика ихтыяждары өсөн артты­рырға кәрәк. Республиканың аграрий­ҙары яҙғы баҫыу эштәренә 100 процентҡа әҙер. Киләһе аҙна аҙағына планлаш­тырылған финанстарҙың 22 процентҡа тиклеме ауыл хужалығы етештереү­селәренә еткереләсәк. Республика иген культуралары орлоғо менән 100 процентҡа тәьмин ителәсәк. Әлегә былтыр ҡоролоҡтан зыян күргән 16 районда орлоҡ юҡ, тик был – аҙна-ун көн эсендә хәл ителә торған мәсьәлә. Техник культураларға килгәндә, шәкәр сөгөл­дөрө, кукуруз, сояның запасы 60 процентҡа тупланған. Ҡалған 40 процентты һатып алырға кәрәк. Аграрийҙар шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителә. 90 мең тонна минераль ашлама һатып алырға кәрәк буласаҡ. Был йәһәттән аграрийҙарға 20 миллиард һум аҡса талап ителә,— тине Илшат Фәзрахманов.

Рәсәй Хөкүмәте илдән шәкәр һәм бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы 31 авгусҡа тиклем тыйҙы. Был йәһәттән Илшат Фәзрахманов үҙ фекерен аныҡ билдәләне.

– Илдә шәкәр ҙә, бойҙай ҙа етерлек, был сара эске баҙарҙа тотороҡлолоҡ булһын, хаҡ күтәрелмәһен өсөн кәрәк. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә бойҙайҙың хаҡы 500 долларға тиклем етте. Эске баҙар тотороҡло, бойҙайға хаҡ килограмына 20 һумдан артмай. Дизель яғыулығына хаҡ төшә, әгәр уның хаҡы төшөүен дауам итһә, беҙ быға ҡыуанырбыҙ ғына.

Әле Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарының келәттәрендә 40 мең тонна шәкәр бар. Быйыл шәкәр сөгөл­дөрөнөң майҙанын арттырасаҡбыҙ. Был ике заводтың ҡеүәте көслө: 1 миллион 950 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә алалар. Һорау булғанға йәрминкәләргә һатыуға шәкәр сығарыуҙы һораныҡ. Ике көн эсендә алты тонна шәкәр һатылған. Беҙ аҙна һайын бындай һатыуҙар ойошторорға әҙер, әммә һуңынан етештерелгән шәкәр кемгә кәрәк буласаҡ? Әле емеш-еләк мәле лә етмәгән!

Матбуғат конференцияһында ауыл хужалығы тармағын әүҙем яҡтыртҡан матбуғат баҫмаларының бер төркәм хәбәрселәренә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Почет гра­мотаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Лилиә Нурет­динованың булыуы ла шат­ландырҙы.

 

Л. ҒАФАРОВА.

Читайте нас: