Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 08:58

Рәхим итегеҙ, балалар!

“Уларға ысын каникулдар ойошторғо килә”

16 мартта Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһынан балалар килде. Мәктәп йәшендәге 30 үҫмерҙе дүрт өлкән кеше оҙатып йөрөй. Уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт ирекмәндәре һәм эҙәрмәндәр ҡаршы алды.

Килеү менән балаларҙы тәү сиратта табиптар ҡарап сыҡҡан. Уларҙы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына урынлаштырғандар. Бында үҫмерҙәр ике аҙна дауамында дауаланасаҡ.

Ошоға тиклем хәүеф һәм көсөргәнештә йәшәгән балалар өсөн бай мәҙәни программа әҙерләгәндәр. Улар театр һәм музейҙарға, аквапаркка барасаҡ, шулай уҡ Торатау шиханы һәм Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

“Беҙгә Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһынан 30 бала килде. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп уҡыусылары беҙҙең шифаханаларҙың береһендә ял итәсәк. Был балалар инде һигеҙ йыл атыштар аҫтында йәшәй, уларҙың һәйбәт бала сағы булмаған да. Уларҙың күптәре әле саҡ тыныс тормошто күрә. Ҡунаҡтарҙың иң ҙурына – 17 һәм иң бәләкәйенә ун йәш, һуғыш башланған саҡта уға ике йәш кенә булған... Донбасста хәрби хәрәкәттәр барғас, Петровскийҙа педиатр юҡ, шуға күрә балалар шифаханала һаулығын төҙәтә алыр, тип ышанабыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Радий Хәбиров бәләкәй ҡунаҡтар өсөн планлаштырылған саралар тураһында ла һөйләне. Уның белдереүенсә, балалар өсөн ысын һәм күңелле каникулдар ойоштороласаҡ. Бай мәҙәни программа ҡаралған, уларҙы хоккейға ла алып барасаҡтар, республика менән дә таныштырасаҡтар.

“Улар өсөн ғәҙәти балаларҙа була торған ысын каникул ойошторорға теләйбеҙ. Был саралар уларҙы үҙҙәрендә барған фажиғәләрҙән, ҡурҡыныс хәлдәрҙән әҙерәк кенә булһа ла арындырып торор, тип ышанабыҙ”, – тине ул.

Рәхәтләнеп ял итегеҙ, ҡунаҡтар. Һеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ!

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас в