Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 11:26

“Шундай күршем булғанға ҡыуанам”

Был һөйләшеүҙең ирекһеҙ шаһиты булыуыма 20 йыл самаһы ваҡыт үтеп киткән. Беҙ ул ваҡытта ултырып ҡайтҡан “оҙо-о-он” “Өфө – Сибай” поезы ла әллә йөрөй хәҙер, әллә юҡ. Бөгөн беҙ баш ҡалаға таксиҙарҙа ғына елдерәбеҙ. Юл буйы ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәй генә... Йәл, күпме йылы осрашыуҙарҙан, сәй өҫтәле янында тыуған ихлас һөйләшеүҙәрҙән мәхрүм ҡалдыҡ беҙ, поездан баш тартып.

 

...Тепловоз машинисы ҡапыл тормозға баҫтымы, нимә булғандыр, вагондар шағыр-шоғор килгәнгә уянып китеп, күҙемде астым. Аҫта ике апай сәй өҫтәле янында тыныс ҡына хәбәр һата. Магнитты үткәнбеҙ булһа кәрәк. Поезд, бейек тауҙар ҡыҫымынан ҡотолоп, һөҙәк кенә ҡалҡыулыҡтар араһынан елдерә. Торорға иртәрәк кеүек ине, ниңәлер торғо ла килмәй. Апайҙарҙың һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып, ята бирәм. Шул тиклем ихлас итеп әңгәмә ҡорғайны улар.

– Килен булып төшөп, был ауылға күсеп килгәндән алып, ҡаршыла туғандар йәшәһә лә, йомошҡа күршегә йөрөнөм. Ете быуынға яҡын айырылһа ла, иремә еңгәй тейеш кеше ул, – тип хәбәр һала өлкәнерәге. – Нәзирә еңгәй утыҙ йыл бейеме менән ғүмер иткән. Йорт-ҡураһында бер ҡасан бер бөртөк сүп-сар күрмәҫһең, өйөн дә йыл һайын эсле-тышлы буяп, бағып ҡына тора. Әле етмеш биште ҡыуалауына ҡарамаҫтан, үҙе лә ҡыҙҙар кеүек ҡупшы.

Ире колхозда ат ҡараусы булып эшләне, шәп аттарҙа ғына йөрөргә яратты, арба-санаһына бала-сағаны ултыртып алыр ине. Алтмышы тулып килгәндә генә ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп, фани донъяны ташлап китте. Һуңғы йылдарында өйҙәрен, солан-ҡапҡа­ларын яңыртты, өлкән улына Бөрйәндән өй ҡайтарып күтәргәйне, шулар хәлен алғандыр.

Йомош менән инһәң, Нәзирә апай өҫтәлен тултырып тәм-том ҡуйып, сәй эсермәй сығармай. Ҡунаҡ күрһәтһәң дә, ыңғайы ғына үҙенә саҡырып ала.

Шулай бер сәй табынында Нәзирә еңгәйҙән ҡайнаға менән нисек танышыуы тураһында һо­раным. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Әсәйем мейес сығарыусы ине. “Мейесебеҙ ишелеп төштө”, – тип бер кеше саҡырҙы. Әсәйем иптәшкә мине лә алды. Мейесте сығарып бөткәс, хужабикәнең улы менән миңә никах уҡытҡандар ҙа ҡуй­ғандар. Мин бер нимә лә белмәйем, шул тиклем аңра булғанмындыр инде. Шулайтып аңын-тоңон белмәй генә кейәүгә сығып, бейем һәм ирем менән йәшәй башланыҡ.

Арыу уҡ ҡына ваҡыт үткәс, йән башын иҫәпләүселәр килде. Өйҙә мин бер үҙем генә инем.

– Фамилияң нисек? – тип һорай иҫәпсе.

– Белмәйем, – тинем. – Ҡыҙ фамилиям шулай була торғайны, хәҙер кейәүгә сыҡҡанмын.

– Иреңдең фамилияһы нисек һуң? – тиҙәр.

– Белмәйем, – тим.

– Иреңдең исеме нисек? – тиҙәр.

Иремдең фамилияһын ғына түгел, исемен дә белмәйем икән. Уңайһыҙланып ҡына:

– Белмәйем, – тинем.

– Бейемеңдең исем-фами­лияһын да белмәйһеңме? – тип көлә иҫәпселәр.

Бейем бер бөртөк кенә улына “улым” тип, улы әсәһенә “әсәй” тип өндәшкәндәрҙер инде. Үҙен күреп, һөйләшеп йөрөү түгел, исем-фамилияһын белмәй генә кейәүгә сыҡһам да, яраттым мин бала­ла­рымдың атаһын. Ул оҙаҡлап асыу­лана белмәне, үпкәләшкән саҡта айырым ятыу тигән нәмә булманы. Бәләкәй генә өйҙә бейем һәм биш бала теҙелешеп ятып йоҡлай инек...”.

Еңгәмдең һөйләгәндәрен тың­лап, рәхәтләнеп көлөп алдым. Ә, ғөмүмән алғанда, һоҡланам мин Нәзирә апайға. Донъянан, эштән йәм, тәм табып, һәр көнгә ҡыуанып, ҡупшы кейенеп, күрше-тирәһе менән гөрләшеп йәшәй минең еңгә. Шундай күршем булғанға ҡыуанам.

Бына ҡайһылай матур һөйләшеп алдыҡ әле сәй һылтауы менән. Сибайға ла яҡынлайбыҙ, ахыры, Әлмөхәмәттең элеваторы күренде. Өҫкө һәндерәлә йоҡлаған егеткә лә торорға ваҡыттыр инде, купенан сығып торайыҡ, урынын йыйыштырып алһын, – тип, әле генә сөкөрләшеп сәй эскән апайҙар коридорға ыңғайланы.

...Поезд Сибай станцияһына килеп туҡтаны. Юл сумкаларын тотоп, һәр кем ҡабалана-ҡабалана үҙ юлынан китте. Мин йәйәү ҡайтырға булдым. Яңғыҙым ғына. Юҡ, яңылышҡанмын икән: миңә Нәзирә апай ҙа “эйәргән” булып сыҡты. Икәүләп яйлап ҡына һөйләшә-көлөшә ҡайттыҡ...

 

Фәрит ӘХМӘРОВ.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: