Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 10:15

Улар бары тыуған еренә ҡайтты

“Ҡырым яҙы” Рәсәй граждандарын тупланы.

Бөгөн Рәсәй Федерацияһында тарихи ваҡиға билдәләнә. Һигеҙ йыл элек Украинала граждандар һуғышы һәм сыуалыштар башланғас, Ҡырым һәм Севастополь халҡы, үҙ хоҡуҡтарын һәм ғүмерҙәрен яҡлауҙы һорап, Рәсәйгә мөрәжәғәт итте һәм үҙ теләктәре менән тарихи тыуған илдәренә ҡайтанан ҡушылды.

 

Үтенескә битараф ҡалманыҡ

 

Шул саҡта ил Президенты Владимир Путин:

– Әлбиттә, беҙ уларҙың үтенесенә битараф ҡала ҡалманыҡ. Ҡырымды һәм уның халҡын бәләлә ҡалдырыу хыянатҡа тиң булыр ине, – тип белдерҙе.

Ҡырым ярымутрауы менән Севастополь ҡалаһы 23 йыл рәттән тарихи тыуған иленән ситтә йәшәне, ошо ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡытта ундағы халыҡ тарихи ғәҙеллектең тергеҙелеүен көттө.

– Киевтың иҡтисади һәм социаль сәйәсәтендә Ҡырым менән  Севастополь иғтибарҙан ситтә ҡала килә, шул уҡ ваҡытта Ҡырымдың бай тәбиғи сығанаҡтарына, тарихи мираҫына ҡарата битараф мөнәсәбәттә була. Ғәмәлдә Севастополдә Рәсәй флотының хәрби данына арналған 300-ҙән ашыу иҫтәлекле билдә бар, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Халыҡ-ара эштәр комитеты рәйесе Леонид Слуцкий.

Украина власы Ҡырымды үҫтерергә, көнкүреш шарттарын яҡшыртырға йыйынмай. “Ҡырым менән Севастополь ул йылдарҙа бер ниндәй ҙә ярҙам алманы, ә һауын һыйыры хәлендә булды. “Ҡырым яҙы” ваҡиғалары ундағы халыҡтың бойомға ашмаҫтай тойолған хыялын тормошҡа ашырҙы – Рәсәй Федерацияһы граждандарын тупланы”, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй”  партияһы депутаты  Сергей Неверов.

Ысынлап та, Рәсәй Ҡырым һәм Севастополь халҡына вәғәҙә иткән тотороҡлолоҡто, иҡтисади именлекте тәьмин итеү өсөн етди саралар күрә. Мәҫәлән, Европалағы һәм Рәсәйҙәге иң оҙон Ҡырым күперен төҙөү ғәмәлгә ашмаҫтай хыял булып күренә ине, әммә Рәсәй уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарып сығыуға өлгәште.

 

Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде

 

Ҡырым һәм Севастополь халҡы, ниндәй милләткә, ҡатламға ҡарауына, ниндәй партия ағзаһы булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйгә ҡушылыуҙы бер һүҙҙән хуплай, 2014 йылдың 16 мартында референдумда ҡатнашҡан кешеләрҙең 96 проценты ыңғай тауыш бирә. Шулай уҡ Рәсәй Президентының был ҡарарын илебеҙ гражданда­рының 92 проценты ихлас ҡабул итә.

“Ҡырым яҙы” Рәсәй Президен­тының сәйәси, ябай булмаған ҡарарынан тыш ғәмәлгә ашмаҫ ине. Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, Рәсәйҙең элекке ерҙәрен һәм хәрби дан ҡалаһын халҡыбыҙға ҡайтарыуҙа Владимир Путиндың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Владимир Владимирович барлыҡ донъя беҙгә ябырылырға әҙер торған заманда, ихтыяр көсөн күрһәтеп, яҙмыштарҙы хәл итерлек ҡыйыу ҡарар ҡабул итте – ҡырымдарҙы һәм севастополдәрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырманы.

Украинала һуңғы йылдарҙа булған сәйәси һәм иҡтисади ваҡиғаларға һәм бөгөнгө хәлгә күҙ һалһаҡ, Ҡырым һәм Севастополь халҡының үҙ мәлендә бик аҡыллы ҡарар ҡабул итеүен күрәбеҙ. Ә инде был ваҡиғаларҙың ҡан ҡойошһоҙ үтеүендә, һис шикһеҙ, Рәсәй Президентының роле ифрат ҙур.

Унда бер кем дә үҙ-ара бәре­лешмәне. 30 мең һалдат булды, әммә бер автоматтан да атыу тауышы яңғыраманы. Был иһә халыҡтың Тыуған иленә ҡайтырға күптән әҙер булыуын күрһәтә  ине. Улар Рәсәйҙе һағынғайны. Ярымутрау халҡы, Украинала олигархтар һәм бандеровсылар ҡылған ғәмәлдәрҙе күреп, бының бер көн килеп тоҡанып, икенсе Косовоға әйләнәсәген аңланы.

 

Беҙ – бер илдең балалары

 

Ете йыл эсендә Ҡырымда һәм Севастополдә күп эштәр бойомға ашырыла, ҡануниәт Рәсәй закондарына яраҡлаштырыла, төҙөлөш йылдам алып барыла. Ҡырым күперенән тыш, Таврида магистраль трассаһы төҙөлөшө лә тамамланып килә. Семашко дауаханаһында яңы заманса корпус, бихисап фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулатория биналары ҡалҡып сыҡты, бик күп объекттар төҙөлдө. Меңәрләгән квадрат метр майҙанда торлаҡ йорттар ремонт­ланған. Финанслау күләме миллиардтарса һум менән иҫәпләнә.

18 март – Ҡырым өсөн дә, Рәсәй өсөн дә әһәмиәтле көн. Ҡырымдар, Тыуған иленә ҡайтып, төбәк иҡтисадының, халыҡ йәшәйешенең үҫешен тиҙләтте, киләсәккә яңы көс-ҡеүәт менән баҡты, ә Рәсәй өсөн был көн боронғо изге билә­мәһен кире ҡайтарыу ваҡиғаһы булып тора. Был ваҡиға, әлбиттә, Рәсәйҙең бөйөк держава статусын  кире ҡайтарыуын күрһәтте.

18 март Рәсәйҙә ҡыҙыл дата булмаһа ла, “Ҡырым яҙы”н тотош Рәсәй билдәләй, байрам концерттары, автоуҙыштар, флешмобтар һәм башҡа төрлө саралар үтә.  “Ҡырым яҙы” илен, ерен яратҡан һәр рәсәйле өсөн изге көнгә әйләнде, ул беҙҙе берләштерҙе, илебеҙҙең киләсәгенә ышанысты арттырҙы, нығытты.

 

Рафаэль МӘРҘӘНШИН, Дәүләт Думаһы депутаты:

– 2014 йылда Ҡырым “ҙур ергә” ҡайтты, ярымутрау халҡының күпселеге Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирҙе. Был Рәсәйҙең суверенлы дәүләт сифатында үҙенең мәнфәғәттәрен һәм халҡын яҡлаған беренсе аҙымы булды. Бөгөн Украинала беҙҙең армия Донбасс һәм Украина халҡына ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә 2014 йылғы ҡаҙаныштарҙы ла яҡлай.

 

Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:

– Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы ярымутрау өсөн дә, тотош ил өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә булды. Һүҙ был төбәктең һуңғы һигеҙ йылдағы йылдам иҡтисади ынтылышында, Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сиктәрен нығытыу тураһында ғына түгел, ғәмәлдә тәү сиратта быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән мәҙәни, тарихи бәйләнештәр, Ҡырым халҡын милләтселәр диктатураһынан яҡлау, тулы хоҡуҡлы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу, Ҡырым ҡануниәтен Рәсәйҙең хоҡуҡи майҙанына тигеҙләү тураһында. Әйткәндәй, беҙҙең республика парламентыҠырымдағы хеҙмәттәштәребеҙгә уларҙың закондарын Рәсәйҙекенә яраҡлаштырыуҙа ярҙам итте.

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас в