Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 10:30

Ҡулланыусыларҙы үҙ файҙаһына “ҡулланырға” әҙер генә торалар...

volgodonsk.bezformata.com
Фото:volgodonsk.bezformata.com

Әлеге ваҡытта донъяла һанлы хеҙмәттәр тиҙ үҫешә. Һанлы технологияларҙың һәм интернеттың алға китеше финанс ойошмаларына үҙҙәре күрһәткән хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙы ябайлаштырырға һәм тиҙләтергә булышлыҡ итте. Өҫтәүенә, COVID-19 пандемияһы был өлкәне йәнә алға этәрҙе. Шулай итеп, һуңғы йылдарҙа һанлы финанс хеҙмәттәре тиҙләтелде.

Тап ошо сәбәпле, 2022 йылдағы Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнөң темаһы ла “Ғәҙел һанлы финанс хеҙмәттәре” тип атала.

Аҡса күсереү, мотлаҡ түләүҙәрҙе атҡарыу, белешмәләр алыу... Бына ошондай хеҙмәттәрҙән хәҙер кем генә файҙаланмай?! Кредитты йәки ипотеканы ҡаплау кеүек һанлы финанс хеҙмәттәре ҙур һорау менән ҡулланыла. Ә был операцияларҙы атҡарыу өсөн йыш ҡына шәхси кабинет йәки мобиль ҡушымта уңайлы. Тик финанс ойошмалары клиенттарына уларҙы нисек һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ файҙаланыу хаҡында аңлатмай. Шуға тиҙ ышанып барыусан ҡулланыу­сылар һәм оло йәштәгеләр мутлыҡ “тоҙағы”на эләгә лә инде.

Һуңғы йылдарҙа банк өлкәһендәге мутлашыу системалары һаҡ системаларына ҡарағанда  тиҙерәк үҫешә. Был халыҡтың һанлы хеҙмәттәрҙе белеп етмәүенә, финанс грамоталылыҡҡа эйә булмауына ла бәйле.

Ә киләсәктә беҙҙе нимә көтә һуң? Белгестәр фаразлауынса, һанлы банк хеҙмәттәренән файҙаланыусылар һаны 3,6 миллиард кешенән ашасаҡ. Ике йыл элек үк Рәсәй ҡулаҡсанан баш тартҡан тәүге биш ил араһына ингән. Өҫтәүенә, пандемия түләүҙәр индустрияһын үтә тиҙләтте. Быға тиклем был процесс, ғәҙәттә, 10 йыл тәшкил иткән.

Был өлкәләге мутлыҡ ҡылыусылар “тоҙағы”на йыш ҡына ялған сайттарҙа тауар йәки хеҙмәт өсөн түләргә тырышыу­сылар эләгә. Тағы социаль селтәр аша “таныш кешеһе”нең бурысҡа биреп тороу тураһындағы “мөрәжәғәте”нә ышанып мутлыҡ “ҡорбаны”на әйләнәләр. Шуға рәсми сайттарҙа ғына түләүҙәрҙе атҡарырға, картаның ПИН-кодын яҙмаҫҡа, карта тураһындағы мәғлүмәттәрҙе башҡаларға хәбәр итмәҫкә кәңәш итә белгестәр. Ғөмүмән, аҡса һәм документтар менән эш иткәндә һаҡ булыу зарур. Юғиһә заман “остап бендерҙары” йоҡламай, вайымһыҙҙарҙы, һаҡһыҙ ҡыланғандарҙы һәм ышанып барыусыларҙы мутлыҡ ҡорбанына әйләндерергә генә тора.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: