Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2022, 20:30

"Тәҡдим яһаның, китһәң дә була..."

Хисле егет һөйгәненә тәҡдимде ғәҙәти булмағанса яһаған.

"Тәҡдим яһаның,  китһәң дә була..."
"Тәҡдим яһаның, китһәң дә була..."

Нефтекама ҡалаһында үтә хисле бер егет һөйгәненә ғәҙәти булмағанса тәҡдим яһаған. Был хаҡта видео төшөрөп, социаль селтәрҙәргә лә һалғандар.

Ҡыҙҙы аптыратырға уйлап, етди әҙерләнгән егет: зауыҡлы гөлләмә тотҡан, автокранды ҡуртымға алған. Кранда юғары ҡаттағы фатир тәҙрәһе тәңгәленә күтәрелеп, тәҙрәгә шаҡыған. Артабан тулҡынлана-тулҡынлана ҡыҙға үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Егетенән бындай аҙымды һис көтмәгән һылыу шаҡ ҡатҡан. Шулай ҙа романтика алдында ҡаршылашып тора алмаған, ризалығын биргән.

Әммә шуныһы, егеткә тәҙрә аша инергә рөхсәт итмәгән ҡыҙ. Тәҡдим яһаның, хәҙер китһәң дә ярай, тигән һүҙҙәр менән тәҙрәне шарт иттереп ябып ҡуйған. Күптәр, егеттең романтик аҙымын хуплап, йәштәргә аҡ юл теләгән, "шундай ул ҡыҙҙар, тиҙ генә иреп төшмәйҙәр" тип тә яҙғандар комментарийҙарҙа. Йәштәргә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Фото: pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: