Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2022, 15:00

Илебеҙҙең ныҡлы терәге булып ҡалабыҙ

Андрей Назаров: “Ошо көндә, 20 мартта, Башҡорт автономиялы республикаһын (БАССР) ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Бөгөн Радий Фәрит улының да тыуған көнө - быны маҡсаттар берҙәмлегенең үҙенсәлекле символы тип күрәм".

Илебеҙҙең ныҡлы терәге булып ҡалабыҙ
Илебеҙҙең ныҡлы терәге булып ҡалабыҙ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Телеграмдағы каналына Башҡортостан тарихына һәм республикабыҙ етәксеһенең тыуған көнөнә арналған яҙма ҡуйҙы. 

“Ошо көндә, 20 мартта, 103 йыл элек башҡорт хөкүмәте менән совет власы араһында Башҡорт автономиялы республикаһын (БАССР) ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ гәзиттә өс көн үткәс кенә баҫылып сыға, шуға күрә рәсми дата итеп 23 мартты иҫәпләү ҡабул ителә.

Ул ваҡыт өсөн бындай килешеү уникаль була. Киңерәк ҡарағанда, хәҙерге дәүләт ҡоролошоноң һыҙаттары нисек формалашыуын күрәбеҙ. Ул сәйәси йәһәттән бөтөн һәм монолитлы дәүләттә йәшәгән кешеләргә ҙур илдең төрлө мөйөштәрендә үҙ милли мәҙәниәтен, телдәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Республиканың Рәсәй дәүләт төҙөлөшө процесына үҙ өлөшөн индереүен аңлау ҡыуаныслы. Унда дәүләт ҡоролошо берҙәмлеге, ныҡлығы төрлө төбәктәрҙең мәнфәғәттәренән сығып билдәләнә.

Мин ул йылдарҙағы ваҡиғаларға идарасы булараҡ ҡарайым һәм илдә граждандар ҡапма-ҡаршылығы, хаос шарттарында урындарҙа тормошто көйләгән туплаусы факторҙар, хоҡуҡи база кәрәк булғанын аңлайым. Был килешеү закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы, хоҡуҡ һаҡлау системаһы органдарының эш формаларын, тәртибен, тәбиғәт ресурстары менән эш итеү, һалым түләү нигеҙҙәрен, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау объекттары, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген нығыта. Шулай уҡ совет һәм республика хөкүмәттәре араһында вәкәләттәр бүленә. Миҫал өсөн, сәнәғәт предприятиеларынан, тимер юлдарҙы файҙаланыуҙан алынған төп табыш үҙәккә китә, әммә совет хөкүмәте уның урынына мәғрифәт, мәҙәни эшмәкәрлекте ойоштороуға, финанслауға йөкләмә ала.

Әлбиттә, совет идара итеү системаһы идеаль булманы, һәр субъекттың иҡтисади үҙенсәлеген тулыһынса иҫәпкә алманылар, шуның һөҙөмтәһендә административ һәм идара итеү хаталарына юл ҡуйылды. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, тап совет осоронда Башҡортостан үҙенең сәнәғәт, аграр, фәнни-мәғариф, мәҙәни ҡеүәтен үҫтереү өсөн ҡеүәтле этәргес алды. Ул илебеҙ өсөн XX быуат уртаһынан терәк булған төбәккә әйләнеп, әле лә был статусты һаҡлап килә.

Республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенең әлеге моделе Башҡортостанды яңы тарихында үткән юлдың логик дауамы булып тора. Был модель үҙенең ҡабатланмаҫ социомәҙәни үҙенсәлеге булған уңайлы төбәк булдырыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен, сәнәғәтте, фәнде, мәғарифты үҫтереүҙәге уңыштарыбыҙҙы алдынғы федераль эксперттар билдәләй, ә ил етәкселеге башланғыстарыбыҙҙы хуплай.

Был ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мөһим осорҙа республикаға федераль, төбәк, муниципаль кимәлдәрҙә ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған етәксе идара итеүе осраҡлы түгел. Бөгөн Радий Фәрит улының да тыуған көнө, быны маҡсаттар берҙәмлегенең үҙенсәлекле символы тип күрәм.

Бергәләп тыуған төйәгебеҙ тарихына тағы ла бихисап данлы биттәр яҙырбыҙ тип ышанам”, – тине Андрей Назаров.

Фото: mgazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: