Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 08:00

Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!

Республикабыҙ етәксеһенә бөгөн - 58 йәш. 

Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!
Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй. Республикабыҙ етәксеһенә - 58 йәш.

Билдәле булыуынса, Радий Фәрит улы әлеге вазифаға килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондо. Республикаға инвестициялар килә башланы, яңы производстволар асылды, хеҙмәт урындары булдырылды. Башҡортостан тураһында Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә күберәк белә башланылар. Күп милләтле республикабыҙҙа ил һәм донъя кимәлендәге ҙур сараларҙы ҡабул итеп, үҙебеҙҙе киңерәк танытыу мөмкинлеген алдыҡ. Беҙҙә ҡеүәтле, мөһим проекттар тормошҡа ашырыла, мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, йорттар төҙөлә. Башҡортостан күп рейтингтар буйынса илдә, Волга буйы федераль округында алдынғы урындарға сыҡты.

Радий Фәрит улы республикаға еңел булмаған осорҙа оло яуаплылыҡ менән, лайыҡлы етәкселек итә. Төбәгебеҙҙең яҡты киләсәге мәнфәғәтендә ҙур пландар ҡороп йәшәгәндә бар донъяны коронавирус пандемияһы ялмап алып, бик күп сикләүҙәр индерелде. Инде был хәл яйға һалынып килгәндә, иҡтисади санкциялар яңы һынауҙар ҡуя. Ошондай ҙур ауырлыҡтар алдында ла республикабыҙ баҙап ҡалманы, сөнки ышаныслы терәк-таяныс булған етәксебеҙ бар. Радий Фәрит улы тәүге осраҡта бар көстәрҙе кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға йүнәлтте. Илдә тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталдәр төҙөп, күптәргә өлгө күрһәттек. Ауырлыҡтар кисергән бер тармаҡ та ярҙамһыҙ ҡалманы, һәр быуын, һөнәр кешеләре иғтибар үҙәгендә булды. 

Заман менән бергә атлаған көслө, дәрт-дарманлы, хәстәрлекле, яуаплы, талапсан етәксебеҙгә тыуған көнө уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Республика халҡы тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп йүнәлешле, ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в