Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2022, 12:00

"Йә, кемегеҙ буласаҡ әсәгә урын бирә?"

Пассажирҙар салонда баҫып торған йөклө ҡатынды күрмәне түгел, күрҙе, әлбиттә. Тик...

"Йә, кемегеҙ буласаҡ әсәгә урын бирә?"
"Йә, кемегеҙ буласаҡ әсәгә урын бирә?"

Альбина поликлиниканан сыҡҡас, яйлап ҡына маршруткалар туҡталышына йүнәлде. Йөклөлөктөң етенсе айында ҡаланың бер башынан икенсеһенә сәфәр ҡылыу хәҙер бер аҙ ауырлашты, ун туҡталҡаны үтеү өсөн ваҡыт та күберәк талап ителә.

“Беҙҙең поликлиниканы ниңә быйыл ремонтҡа яптылар икән инде? Ҡайһылай уңайһыҙ булды, киләһе йылда асыуын асырҙар ҙа ул...” – Альбина уйҙарына күмелеп, туҡталҡаға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ярай әле, хәле яҡшы, анализдары һәйбәт, хатта табип та буласаҡ йәш әсәне бөгөн маҡтап алды.

Автобус оҙаҡ көттөрмәне, кешеләрҙең йылғырҙары, шәберәктәре ашыға-ашыға урындарҙы һайлап ултыра һалды. Альбина ултырырға урын булмауына бошонманы, ярты сәғәтте баҫып барыу әллә ни ҡыйын булмаҫ, яңы автобус килгәнен көтөп тороп булмай бит инде. “Бәлки, берәйһе киләһе туҡталҡала төшөп ҡалыр...” – тип күңелен тынысландырҙы ҡатын.

Пассажирҙар салонда баҫып торған йөклө ҡатынды күрмәне түгел, күрҙе, әлбиттә. Тәүге ултырғыста бәләкәй ҡыҙы менән ултырған ҡатын башҡаларҙың урынынан һикереп тороп, буласаҡ әсәгә урын биреренә ниәтләнеп булһа кәрәк, ҡыҙын ҡосаҡлабыраҡ ултырҙы. Ҡолаҡсын кейгән егет музыка тыңлаған булып, күҙҙәрен йомоп, күрмәмешкә һалышты. Тубығындағы кәрзиндә ятҡан бесәйен тынысландырырға тырышҡан ҡатындың да башҡаларҙа эше юҡ... Артҡы ултырғыста йәйелеп ултырған ҡарт йоҡомһорап киткәндәй булды, ә эргәһендәге ике ҡыҙ сыр-сыу килеп, телефон экранына текәлеп, нимәлер тураһында фекер алыша. Башҡалар ҙа йөклө ҡатынға һирпелеп тә ҡараманы.

Тик водитель генә ниңәлер урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмай, кемделер көтә булһа кәрәк. Тәҙрәһен асып тәмәке көйрәтеп тә алды. Пассажирҙарҙың да түҙемлеге бөттө, күрәһең, шыбырҙаша, ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланылар. "Шеф, ҡасан ҡуҙғалабыҙ?” – тине ҡыйыу ғына егеттәрҙең береһе. Илле йәштәр тирәһендәге водитель тәмәкеһен һүндерҙе лә салонға боролоп: “Йә, хәл иттегеҙме: кемегеҙ буласаҡ әсәгә урын бирә? – тип ҡысҡырҙы. – Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым”.

Салон йәнләнде. Бесәй һалған кәрзинен артта ултырған ҡарттың итәгенә һалып, күҙлекле ҡатын урын бирергә булды. Балалы ҡатын да ҡыҙын тубығына ултырта һалып, ултырғысты бушатты. Әле генә геү килешеп телефондан күҙен алмаған ҡурсаҡтай ҡыҙҙар һикерешеп урындарынан торҙо: “Ултырығыҙ, рәхим итегеҙ!” –тиештеләр бер ауыҙҙан. Ә ҡолаҡсын кейгән егет автобустан бөтөнләй сығып китте. Водитель ҡәнәғәт йөҙ менән салонға күҙ йүгертте. “Ҡыҙым, үҙеңә яйлыраҡ урынды һайла. Хәҙер ҡуҙғалабыҙ”, – тип руленә тотондо.

Фото: pikaby.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: