“Бәләкәй саҡта булған ваҡиғаларҙы, инәй-бабайҙарҙың кинәйәле һүҙҙәрен үҙең олоғайып, аҡыл ултырғандан һуң бөтөнләй башҡа күҙлектән баһалайһың икән”, – тип һүҙ башланы “фәлсәфәсе” аты сыҡҡан күршем Кәрим.
Уның тик торғанда ғәҙәти ғәмәлдәргә ҙур йөкмәтке һалып, шаҡ ҡатырғаны бар. Ниңә заманында белем алып, ғилем юлынан китмәгәндер, асыштары менән мине генә түгел, бар ғәләмде аптыратыр ине. Ә ул бөгөн ябай водитель генә.
- Бер класс та уҡымаған ҡартатайымдың тормош көткәндәге зиһененә, тәжрибәһенә әле килеп һоҡланам. “Ғәтиәт улым, донъялар гөрләп, магазин кәштәләре тауарҙан һығылып, әйберҙәр хаҡы осһоҙланып торған саҡта ла еңеңде һыҙғанып картуфыңды ултырт, баҡсаң гөлт итеп торһон”, тип атайымдың ҡолаҡ итен ашай торғайны. “Үҙең үҫтергән ризыҡ бәрәкәтле була” тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен дә аңламағанмын, магазин тулы аҙыҡ-түлек булғанда, арманһыҙ булып ер ҡаҙып, сүп утап, картуф сәсеп йөрөүҙән ниндәй файҙа, тип йәнем көйгәне хәтерҙә.
Миңә хәҙер 28 йәш, ҡартатайым күптән инде беҙҙең менән юҡ, әммә уның тормошсан, тапҡыр һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап торғандай, “ҡайҙа китһәң дә, сәсеп кит, ялҡауланма, улым” – былары инде миңә төбәп әйтелгәне. Ә бит ул хаҡлы булған! Атайым менән йыл да уның әйткәндәрен иҫтә тотоп картуф ултырттыҡ, баҡса тулы сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор һәм башҡа төрлө тәмләткестәр үҫтерҙек. Коронавирус донъяны ялмап алған йылда ла картуфыбыҙ, башҡа йәшелсәһе тәгәрәп үҫте. Йыл әйләнәһенә үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡтарҙы ашап кинәнәбеҙ бит. Урамда, донъяла – көрсөк, ә беҙҙә бөтә аҙыҡ-түлек етерлек!
Фото: Flickr.com