Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2022, 10:00

Вил Байрамғәлинде ниндәй бүләк көтә?

Янғын сыҡҡан урынға яҡынлашҡас, ҡарҙа яланаяҡ торған ҡатын менән баланы күреп ҡала...

Вил Байрамғәлинде ниндәй бүләк көтә?
Вил Байрамғәлинде ниндәй бүләк көтә?

Белорет ҡалаһында йәшәгән Вил Байрамғәлиндең ҡыйыулығы тураһында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

29 ғинуар төнөндә Белоретта янғындан зыян күрә яҙған кешеләргә хәленән килгәнсә ярҙам иткән ул. Урамдан үтеп барғанда йортта янғын сыҡҡанын күргән ир, ике уйлап тормай, ваҡиға урынына килә һәм ҡарҙа яланаяҡ торған ҡатын менән баланы күрә. Байрамғәлин уларҙы йылы машинаһына ултырта, кейем табып бирә, янғын һүндереүселәрҙе саҡырта.

Шулай уҡ ул өйҙән сығып килгән өс кешегә ярҙам итә, үтеп барыусылар менән бергәләп гараждан автомобилде, мотоциклды этеп сығарыша. Ябай кешенең ҡулынан килерлек эштәрҙә ярҙам итеп бөткәс, Вил зыян күргән ҡатын менән баланы ҡаланың икенсе биҫтәһендә йәшәгән туғандарына илтеп ҡуя.

Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында Вил Байрамғәлинде наградалау мәсьәләһе хәл ителә.

Фото: "Моя Уфа".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: