Йәмғиәт
21 Марта 2022, 07:30

Ятаҡта янғын сыҡҡан

Ҡотҡарыусылар килгәндә, алтынсы этаждағы бүлмә эсе ҡуйы төтөн менән тулған була...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ятаҡта янғын сыҡҡанЯтаҡта янғын сыҡҡан
Ятаҡта янғын сыҡҡан

Бөгөнгө төн Башҡорт дәүләт аграр университетының Революцион урамында урынлашҡан студенттар ятағында тынысһыҙ үтте, тип белдергән "Башинформ".

Бинаның алтынсы ҡатында янғын сыҡҡан, тип хәбәр килә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығына. Ятаҡҡа ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, алтынсы этаждағы бер бүлмә ҡуйы ҡара төтөн менән тулған була. Баҡтиһәң, бында принтер янып киткән. Ҡотҡарыусылар һәм бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ярҙамында 253 кешене эвакуациялайҙар. Янғынды һүндереүгә 9 берәмек техника һәм 21 кеше йәлеп ителгән. Бәхеткә, зыян һәм ҡаза күреүселәр юҡ. Электр приборҙарҙы,  көнкүреш техникаһының торошон даими  тикшереп тороу, ҡулланмаған саҡта розетканан һурып ҡуйыу мотлаҡ, тип иҫкәртәләр ведомствола.

Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор:Миләүшә Сайтакова