Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2022, 16:00

Магазиндарҙа “Донецкиҙа эшләнгән” тигән яҙыулы махсус кәштәләр асыла

Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәр (дуҫлыҡ визиты) менән барған Рәсәй субъекттары етәкселәре араһында беренселәрҙән булды.

Магазиндарҙа “Донецкиҙа эшләнгән” тигән яҙыулы махсус кәштәләр асыла
Магазиндарҙа “Донецкиҙа эшләнгән” тигән яҙыулы махсус кәштәләр асыла

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 20 мартта Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге рәсми делегация Донецк Халыҡ Республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәр (дуҫлыҡ визиты) менән барған Рәсәй субъекттары етәкселәре араһында беренселәрҙән булды.

Иң мөһиме – әлбиттә, Донецк Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам итеү һәм дәүләт өсөн мөһим тышҡы сәйәси көн тәртибендә ҡатнашыу.

Эш осрашыуы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров менән Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Д.В. Пушилин Башҡортостан менән Донецк Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһындағы махсус документҡа ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ Өфө менән Донецк туғандаш ҡалалар ҙа булып китте.

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Ә Радий Хәбиров Хөкүмәттең иҡтисади блогына Донецк Халыҡ Республикаһына төҙөлөш материалдары менән гуманитар ярҙам күрһәтергә ҡушты.

– Уларға иң нығы аҙыҡ-түлек түгел, ә төҙөлөш материалдары кәрәк. Күп йорттар емерелгән, ҡыйыҡтар ватыҡ. Ә оҙаҡламай унда ямғырҙар башлана. Улар шифер, профиль, полиэтилен япма, фанер һәм башҡа материалдарға мохтаж. Шуға ошо әйберҙәрҙе ылау менән ебәрәсәкбеҙ, – тине ул.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ДХР менән берлектә ауыл хужалығы техникаһы һәм иген йыйыу ҡорамалдары етештерәсәк предприятиелар ойоштороу тураһында мәсьәләне тикшерәсәк, Башҡортостан менән Донецк Халыҡ Республикаһы иҡтисадтарын интеграциялау барышында республикала инвестиция мөхите, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм башҡа йәһәттән тупланған иң яҡшы тәжрибәләр файҙаланыласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Бынан тыш, Башҡортостан магазиндарында “Донецкиҙа эшләнгән” тигән яҙыулы махсус кәштәләр асыла, уларҙа Донецк Халыҡ Республикаһында етештерелгән продукция ҡуйыласаҡ. Был турала республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән төбәк сауҙа селтәрҙәре араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостанға Донецк предприятиелары продукцияһын килтереүҙе дәртләндереүҙең махсус программаһы әҙерләнә. Башҡортостан етештереүселәре үҙ сиратында ДНР-ға үҙ продукцияһын оҙата аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: