Рәсәй Хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов 1942 йылдың 22 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм республика Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тантаналы тапшырыу ваҡиғаһы, уның тарихи әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– 80 йыл элек, 1942 йылда, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Дим станцияһында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумынан ике телдә яҙылған һәм Башҡорт АССР-ының гербы төшөрөлгән шефлыҡ байрағын ала. Уның менән дивизия Бөйөк Ватан һуғышына китә, ҡаһармандарса алыша. Нәҡ ошо байраҡ менән Дебальцевола рейдта була. Миңлеғәле Шайморатовтың бойороғо буйынса уны ҡотҡаралар һәм дивизия һаҡлана. Байраҡ барлыҡ яуҙарҙа булып, Берлинғаса алып барып еткерелә. Нимәһе ҡыҙыҡ, 1944 йылда Башҡорт кавалерия дивизияһында ике – Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумынан шефлыҡ һәм 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһы байраҡтары була.
Байраҡтың барлыҡҡа килеү тарихы ябай түгел. Дәүләт Оборона Комитеты милли частар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, шунда уҡ уларҙы төҙөгән республикаларҙың флагтарын бирергә ҡарар итәләр. Шуға ла беҙгә Ҡалмыҡ, Башҡорт һәм Ҡабарҙы-Балҡар дивизияларының хәрби байраҡтары билдәле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡалмыҡ һәм Ҡабарҙы-Балҡар дивизиялары һуғыштың аҙағына тиклем барып етә алмай. Улар хәрби операциялар ваҡытында күп яугирҙәрен юғалта, ә Башҡорт кавалерия дивизияһы тыуған республикабыҙҙа бирелгән ошо байраҡ аҫтында бөтә һуғышты үтә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы исеменән бирелгән байраҡ әле Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Ул беҙҙең өсөн – изге ҡомартҡы, яугирҙәребеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһында иҫләтеп тора.
Милли музейҙа легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы флагы һаҡланыуы менән ғорурланабыҙ, – тине Рәмил Нәсибулла улы.
Фото: республиканың Хәрби Дан музейы сайты.