Башҡортостан
+14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2022, 20:30

Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан

Ул тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмай: 1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырҙарса рейды ваҡытында һәләк була...

Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан
Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына байраҡ тапшырыуға 80 йыл. Ошо мөһим тарихи ваҡиға айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин фекере менән уртаҡлашты.   

– Теүәл 80 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим станцияһында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡортостан Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыу тантанаһы була. Беҙҙең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты легендар дивизия яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып бара. “Шаймуратовцы – Шайморатов вариҫтары” проектына ярашлы, милли ойошма үҙенсәлекле башланғысты тормошҡа ашырҙы – “Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии” исеме аҫтында яугирҙәрҙең биографиялары тупланған белешмә китабын сығарҙы, унда 1700 яугир тураһында мәғлүмәт бар.

Белешмәне әҙерләгән саҡта дивизияның байрағын йөрөтөүсе тураһында мәғлүмәттәр табылды, ул - Краснокама районының башҡорт ауылы Яңы Аҡтанышбаштан Әхмәтхужа Әхмәҙуллин.

Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яу алдынан СССР-ҙың Юғары Советына Башҡортостандан депутат итеп һайлана. Үҙе теләп Башҡорт дивизияһы сафына яҙыла.

Ул 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы байрағын тапшырыу тантанаһында ҡатнаша – дивизияның байраҡсылар төркөмөндә була. Ветерандар иҫләүенсә, уны дивизияла “байраҡсы” тип йөрөтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙға тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға насип итмәй: 1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырҙарса рейды ваҡытында һәләк була.

2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме буйынса Яңы Аҡтанышбаш ауылының мәҙәниәт йортона Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы Әхмәҙуллиндың исеме бирелде, мемориаль таҡта ҡуйылды. 2021 йылдың октябрендә Башҡарма комитет тарафынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһе Яңы Аҡтанышбаш ауылының мәҙәниәт йортона тапшырылды, унда ҡиммәтле иҫтәлек булып һаҡлана.

Бөгөн Яңы Аҡтанышбашта 112-се башҡорт кавалерияһы дивизияһына байраҡ тапшырыуға 80 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы, - тине Азат Ярмуллин.

Азат Ярмуллин фотоһы.

Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан
Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан
Байраҡсыларҙың береһе - башҡорт ауылы Аҡтанышбаштан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в