Бөгөн, 22 мартта, Өфө ваҡыты буйынса 13.00 сәғәттә "Яңы заман өсөн көслө идеялар" форумына тәҡдимдәр йыйыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙа. Сара онлайн форматта ойошторола.
Форумдың концепцияһы, үткәреү ваҡыты, крауд-платформаһы һәм төп йүнәлештәре хаҡында ентеклерәк Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, ойоштороу комитеты рәйесе Максим Орешкин, Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, ВЭБ.РФ рәйесе Игорь Шувалов, "Росконгресс” фонды директоры һәм идара рәйесе Александр Стуглев һөйләйәсәк.
"Яңы заман өсөн көслө идеялар" - ил үҫеше буйынса ҡыйыу тәҡдимдәр йыйыуға йүнәлтелгән форум. Уның ойоштороусылары – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм “Росконгресс” фонды.
Идеялар төрлө йүнәлештәрҙә йыйыла – төбәктә һәм илдә тормошто яҡшыртыуға алып килгән тәҡдимдәр: кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, балаларға һөнәр һайларға ярҙам итеү, ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, бизнес өсөн ҡаршылыҡтарҙы кәметеү һәм башҡалар. Йүнәлештәр исемлеге менән ideas.roscongress.org платформаһында танышырға мөмкин. Шунда уҡ ғариза ҡалдырырға була. Был эш 2022 йылдың 1 апрелендә тамамлана.
Беренсе "Яңы заман өсөн көслө идеялар" форумы 2020 йылдың ноябрендә уҙҙы. Унда илдең бөтә төбәктәренән 15 мең тәҡдим килде. Башҡортостан форумға тәҡдимдәр индереү һаны буйынса тәүге дүртәү иҫәбенә инде – республика халҡы 615 идея индерҙе. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең туғыҙ идеяһы тәүге форумда Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында урын алды, улар араһында "Ярҙам ҡулы" мобиль бригадаһы, "Йәшәүгә ихтыяр" онко-клубы, "Тыуған республикала бизнесҡа аҙым" мәғариф проекты бар ине.
Трансляция ТАСС сайтында бара: tass.ru/press