Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2022, 15:00

Имсәк бала менән ҡайта алмай зар-интизар булып...

Өфөнән ете айлыҡ сабый әсәһе Регина Байрашева социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған.

Имсәк бала менән ҡайта алмай зар-интизар булып...
Имсәк бала менән ҡайта алмай зар-интизар булып...

Ул ғаиләһе менән 24 февралдә Египетҡа ялға осоуын хәбәр иткән. Рәсәй авиакомпаниялары өсөн һауа юлдары ябылғас, улар оҙаҡ ваҡыт тыуған иленә ҡайта алмаған. «Төрлө авиакомпанияларҙың билеттарын һатып алып ҡараныҡ, ләкин осоштар бер-бер артлы туҡтатылды. Ә 10 марттан санкциялар сәбәпле банк картаһы менән дә файҙалана алманыҡ», - тип яҙа Регина.

Бәләгә ҡалған ғаилә социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең сит илдәрҙә ауыр хәлдә ҡалған ватандаштарына ярҙам күрһәтеүен белеп ҡала. Үҙенең проблемаһы хаҡында ҡатын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яҙмаһы аҫтында комментарийҙа хәбәр итә. Сигналды Республикаға идара итеү үҙәге теркәй, һуңынан мөрәжәғәт Ситуация үҙәгенә тапшырыла.

Әйткәндәй, 11 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ситуация үҙәгенең вәкәләттәрен арттырҙы. Хәҙер халыҡ унда коронавирус инфекцияһы буйынса ғына түгел, ташҡын, янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ла мөрәжәғәт итә ала.

“Бына бер ай тигәндә ҡайттыҡ та инде. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ! Беҙ, ирем, ете айлыҡ улыбыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ!” – тигән Регина.

Фото: Регина Байрашеваның сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: