Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике мөһим кадр тәғәйенләнеше тураһында һөйләне. Шулай 16 мартта Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында баш ҡаланың мэры итеп Ратмир Мәүлиев тәғәйенләнгәйне. Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһы мэры ла билдәле булды. Был вазифала Эльдар Вәлидов эшләйәсәк.
Радий Фәрит улы Өфөнөң яңы мэрына ҡала мәсьәләләре менән көнө-төнө шөғөлләнергә ҡушты.
– Миллионлы ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеү – бик ҙур яуаплылыҡ. Һеҙгә ҡаланы ышанып тапшырҙылар. Хәҙер көнө-төнө был эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Өфө – ҙур мөмкинлектәре булған ҡала. Кешеләре лә яуаплы, улар һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәйәсәк, белемле кешеләр хоҡуҡтарын белә. Кешеләрҙең ышанысын яуларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров йәш мэрға.
Фото: srb62.ruф