Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2022, 21:30

Милли китапхана “Беҙ иҫләйбеҙ” акцияһын иғлан итте

Байраҡ барлыҡ һуғышты үтеп, тыуған еребеҙгә кире әйләнеп ҡайта...

Милли китапхана “Беҙ иҫләйбеҙ” акцияһын иғлан итте
Милли китапхана “Беҙ иҫләйбеҙ” акцияһын иғлан итте

Бынан теүәл 80 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим станцияһында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыу тантанаһы була.

Республиканың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, Башҡортостандың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев белдереүенсә, был беҙҙең тарихта мөһим тарихи көндәрҙең береһе.

– 1942 йылдың 22 мартында Дим станцияһында һуғышҡа оҙатыр алдынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыу ваҡиғаһы - мөһим тарихи көндәрҙең береһе ул. Уның әһәмиәте тағы ла шунда – байраҡ барлыҡ һуғышты үтеп, тыуған еребеҙгә кире әйләнеп ҡайта. Тәүҙә ул Мәскәүҙә СССР Оборона министрлығының музейында һаҡлана. Уны 1960 йылда республикаға тапшыралар. Бөгөн - Башҡортостандың Милли музейында. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы республикабыҙҙы берләштереүсе һәм фашизмды еңеү билдәһе булып тора.

Бөгөн дә ата-бабаларыбыҙҙың идеяларына, тарихыбыҙға тоғро ҡалып, батырлыҡтарын иҫкә төшөрөп, киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә тейешбеҙ. Байраҡ - беҙҙең халыҡтарҙы берләштереүсе, ойоштороусы. 

Башҡортостандың Милли китапханаһы “Беҙ иҫләйбеҙ” акцияһын иғлан итте. Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ китапханаларында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын, уның яугирҙәрен иҫкә алыуға бағышланған саралар уҙа, был хаҡта мәғлүмәт социаль селтәрҙәр аша таратыла, – тине Марат Миңлеғәле улы.

Фото Марат Зөлҡәрнәевтең ғаилә архивынан.     

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: