Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2022, 18:15

Республикала шәкәр бөтмәйәсәк!

Республика келәттәрендә 36 мең тонна шәкәр һаҡлана.

Республикала шәкәр бөтмәйәсәк!
Республикала шәкәр бөтмәйәсәк!

Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә, шәкәргә ҡытлыҡ кисермәйәсәкбеҙ, тип хәбәр итте.

Уның белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Ә медицина күрһәткестәре буйынса норма – 32 мең тонна. Икенсе төрлө әйткәндә, шәкәр талап ителгәнгә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк етештерелгән.

Заводтарҙа шәкәр бар, шуға уны күп итергә алырға кәрәкмәй, тине ул. Көн һайын предприятиелар уны 550 тонна тейәп оҙата – былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Республика келәттәрендә 36 мең тонна шәкәр һаҡлана.

Бынан алда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе урынбаҫары Виктор Евтухов “Обянием.рф” интернет-порталына шәкәр менән бәйле хәлде һәм уға хаҡтарҙы көйләү өсөн сауҙа селтәрҙәренең нимә эшләүе хаҡында һөйләне. “Шәкәр менән проблемаларыбыҙ юҡ, етештереүселәребеҙ уны етерлек кимәлдә етештерә. Экспортты тыйыу һәм ошо продукттың ирекле импорты тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иҫәпкә алып, бөгөнгә ихтыяжлы тауар позицияһы менән өҙөклөктәр көтмәйбеҙ”, - тип белдерҙе Евтухов.

Ул, шәкәргә һәм тоҙға ихтыяж артыуы йорт хужалыҡтарының был тауарҙы һатып алырға ынтылыуына, шулай уҡ алыпһатарҙар эшмәкәрлегенә бәйле, тип билдәләне. Яһалма булдырылған паникаға ваҡлап һатыу магазиндары ла бирелә, улар үҙҙәренә тауарҙы ҡәҙимге хаҡҡа һатып алған, ә һатыуға хаҡын арттырып ҡуйған. Шул рәүешле ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар Ҡазанда спекулянтты ҡулға алған, ул 50 килограмм ауырлыҡтағы шәкәр ҡапсыҡтарын юғары хаҡҡа һатырға маташҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре һатыусының тейешле документтары булмауын асыҡланы, етмәһә, ул шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес сифатында теркәлмәгән.

Фото: yanzori.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: