Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2022, 12:15

Был юлы ла алдынғылыҡты бирмәҫкә иҫәп

Тапшырылған проекттар һаны буйынса икенсе урындабыҙ.

Был юлы ла алдынғылыҡты бирмәҫкә иҫәп
Был юлы ла алдынғылыҡты бирмәҫкә иҫәп

Башҡортостан Президент гранттарының икенсе конкурсына бирелгән проекттар һаны буйынса илдә тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2022 йылдың икенсе конкурсына 581 проект тапшырған. Йомғаҡ яһау һәм һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү июндә көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан еңеүселәр һаны буйынса беренсе Президент гранттары конкурсы йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урын яуланы. Ул саҡта Башҡортостандан 74 ойошма конкурс еңеүселәре булды, ә отҡан гранттарҙың дөйөм суммаһы 76,2 миллион һум тәшкил итте.

“Башҡортостан, көтөлгәнсә, конкурста ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса йәнә алдынғы төбәктәр иҫәбендә. 2017 йылдан, Президент гранттары фонды конкурстың берҙәм гран-операторы булып торғас, беҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы урындабыҙ һәм ғаризалар һаны буйынса, Мәскәү менән Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, Рәсәйҙә 3-сө урындан түбән төшкәнебеҙ юҡ. Төбәк уңышының төп факторы – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың үҙҙәренең әүҙемлеге һәм, ысынлап та, урындағы ғына түгел, бөтә республика һәм хатта бөтә Рәсәй проекттарын тормошҡа ашырған, йәмәғәт ойошмаларының битараф булмаған етәкселәре. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында тәжрибәле ҡатнашыусылар пулы булдырылды ла инде. Икенсе мөһим нәмә – республиканың Йәмәғәт палатаһы даими рәүештә гранттарға тапшырған йәмәғәтселәрҙең активын уҡыта, семинарҙар һәм вебинарҙар ойоштора. Беҙҙең Ресурс үҙәге яҡшы методик материалдар әҙерләгән, үҙәк эксперттарының етди составы президент гранттарының һәр конкурсына ғаризаларҙы ҡарай. Ошо эш һөҙөмтәһендә грантҡа ғариза биргән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һаны арта. Өсөнсөнән, башҡарма властың социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуы, район хакимиәттәрендә эшмәкәрлектәре гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән бүлектәр бар”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин.

#ФондПрезидентскихГрантов #ВторойКонкурс2022 #ПрезидентскиеГранты #НКО #ГражданскоеОбщество #ТретийСектор #Гранты #ГрантыДляНко #ПредоставлениеГрантов

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: