Иркутск өлкәһенең Усолья-Сибирскиҙағы көнкүреш магазинының 37 йәшлек һатыусыһы Вера Таюрскаяға бер туҡтауһыҙ халыҡты хеҙмәтләндереп, магазин буйлап йүгерергә тура килә. Шул саҡ ул иҙәндә ятҡан ҡағыҙ төйөнсөгөнә иғтибар итә. Ул тәүҙә ҡағыҙ ғына ята, тип уйлай. Һатып алыусынан: “Һеҙҙекеме?” – тип һорай, әммә уныҡы булмай сыға. Шул саҡ һатыусы ҡағыҙ эсендә берәй әйбер төрөлгәнлеген аңлай.
Вера төргәкте асып ҡарағас, шунда уҡ доллар купюраларын күрә – пачкала 100 долларлыҡ өр-яңы аҡса була. Ҡатын аҡсаны иҫәпләгәс, унда 440 мең һум ятҡанын аңлай.
Ул, хужаһын ҡыуып етермен тип, урамға сыға, әммә бер кемде лә тапмай. Шул уҡ ваҡытта аҡса артынан да килеүсе булмай. Аптырауҙа ҡалған һатыусы иренә шылтыратып кәңәш һорай. Ир уға шунда уҡ полицияға шылтыратырға кәңәш итә. “Аҡсаны үҙемдә ҡалдырыу тураһында уйлап та бирмәнем”, – ти һатыусы.
Полицияла был аҡсаның сығышын тикшереү талап ителеүе тураһында белдерәләр. Тикшерә торғас, бер аҙнанан уны 70 йәшлек бер ҡатын ҡалдырыу ихтималын асыҡлайҙар. Пенсионерка бик күңелһеҙ генә банктан алған аҡсаһын юғалтыуы тураһында әйтә.
Баҡтиһәң, Любовь Михайловна аҡсаһын юғалтыуға бик ҡайғырһа ла, полицияға барып ғариза яҙмаған. Был магазинда булыуы тураһында ла онотҡан икән. Бындай күләмдәге аҡсаны табыусы уны ҡайтарыр тип өмөт тә итмәгән.
– Мин бит был аҡсаны яратҡан ейәнсәремдең туйына тип йыйҙым. Вера бик ҙур изгелек эшләне. Һәр кеше лә ундай ғәмәл ҡылырға һәләтле түгел, – тип шатлана пенсионер ҡатын.
Вера Таюрская аҡсаны үҙендә ҡалдырмағанына бер ҙә үкенмәй, сөнки кеше ҡайғыһында байып булмағанын яҡшы аңлай. Полицияла ла, уның был изгелеген билдәләп, намыҫлы эше өсөн награда тапшыралар. Пенсионер ҙа һатыусыны буш ҡалдырмай, рәхмәтен белдерә.
Фото һәм мәғлүмәт: irk.aif.ru