Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә элемтә операторҙарына ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.
“Башҡортостанда эшләгән элемтә операторҙарын йыйып, санкцияларға бәйле проблемаларҙы тикшерҙек. Әле сит илдәрҙең программа тәьминәтен эшләүселәр, юғары технологик продукция һәм телекоммуникация ҡорамалдарын поставкалаусылар Рәсәй баҙарынан китә башланы.
Мәғлүмәт системаларының, тотош тармаҡ инфраструктураһының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн федераль хөкүмәт телекоммуникация компанияларына булышлыҡ итеү тураһындағы указ әҙерләне. Унда һалым өҫтөнлөктәре, льготалы кредиттар, субсидиялар, һалымдан бушатыу һәм башҡа ярҙам саралары инде.
Беҙ уларға өҫтәп үҙбеҙҙең сараларҙы ғәмәлгә индерәбеҙ. ИТ-компаниялар билдәләүенсә, хәҙер көнүҙәк мәсьәләләр – дәүләт милкен һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡуртымға алыу хаҡын арттырыуға мораторий һалыу, элемтә операторҙары өсөн электр бағаналарын ҡуртымға алыу хаҡын кәметеү, инвестиция проекттарын субсидиялау, проекттарҙы тормошҡа ашырғанда бюрократик ғәмәлдәрҙе ябайлаштырыуға һәм тиҙләтеүгә булышлыҡ итеү. Беҙ быларҙың барыһын да йәнә бер тапҡыр тикшереп, һуңғы вариантты республика Башлығы рәйеслегендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штабта раҫларбыҙ.
Яҡын арала шулай уҡ төбәктәге ИТ-компаниялары вәкилдәре менән осрашабыҙ. Уларҙың аныҡ проблемалары буйынса ентекле фекер алышырбыҙ. Әлегә иһә, әгәр был яҙмамды ошондай ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре уҡыһа, һеҙҙең өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлек асылды. Унда федераль ярҙам саралары алыуға аккредитация үтергә мөмкин”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: t.me/agnazarov
Сығанаҡ: t.me/agnazarov