

Өфө ҡалаһы хакимиәте баш ҡаланың Үҙәк баҙар янындағы транспорт ҡулсаһын төҙөкләндерергә йыйына. Ошоға ярашлы, бында ҡулса урынында "П" формаһындағы юл саты булдырылып, уртаһында сквер урынлашасаҡ. Баш ҡала хакимиәте скверға ҡуйыласаҡ арт-объектҡа конкурс иғлан итте һәм еңеүсегә 300 мең күләмендә приз билдәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә. "Был урындар күңелемә бик яҡын. Цюрупа урамындағы 95-се йортто төҙөкләндергәндән һуң, ошо биләмәне төҙөкләндереүгә булышлыҡ иттем. Сквер уртаһына Башҡортостан символы - ҡурайҙы һынландырырға тәҡдим итәм, уның ете тажы Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ, - тип яҙа депутат үҙенең рәсми сәхифәһендә. - Баймаҡ ҡалаһында, ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай, Төркмән ауылдарында ҡурайға һәйкәлдәр бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика символы ҡурайға лайыҡлы һәйкәл булырға тейеш".
Беҙҙең ҡарамаҡҡа ла был шәп фекер. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың сәхифәһенән.