Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2022, 15:00

"Үлермен тип ҡурҡҡайным..."

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаеваға етди операция яһағандар.

"Үлермен тип ҡурҡҡайным..."
"Үлермен тип ҡурҡҡайным..."

Был хаҡта артист Телеграм-каналда үҙенең яҙылыусылары менән бүлешкән. Йырсы дауаханаға барғанда бик ныҡ борсолоуын, күңеле менән насар эҙемтәләрҙе тойоуы хаҡында хәбәр иткән.

Ысынлап та, хафаланыуы юҡҡа булмаған икән, уға етди диагноз ҡуйып, операция яһағандар. Бәхеткә, әле бөтәһе лә артта ҡалған, йырсы үҙен яҡшы тоя.

«Әле наркоздан сығып киләм. Бөтәһе лә яҡшы. Ә мин бит үлермен тип ҡурҡҡайным…» - тип яҙған үҙ сәхифәһендә Гөлназ.

Фото Г. Асаеваның сәхифәһенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: