Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2022, 21:45

Республикала социаль-иҡтисади хәл нисек?

Радий Хәбиров оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Республикала социаль-иҡтисади хәл нисек?
Республикала социаль-иҡтисади хәл нисек?

Бөгөн Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә ҡулланыусылар һәм хеҙмәт баҙарҙарындағы хәл, дарыуҙар менән тәьмин итеү, мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр инде.

Республикала аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү саралары төп темаларҙың береһе булды. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, складтарҙа аҙыҡ-түлек запасы етерлек күләмдә.

– Сауҙа селтәрҙәренә он, ярма, ит, һөт ризыҡтарын сығарыуҙа өҙөклөк юҡ, – тине вице-премьер. – Тик шәкәрҙе генә магазиндарға тәүлегенә 550 тоннаға тиклем ебәрәбеҙ. Яңы уңышҡа тиклем республика халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн запас етерлек.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы муниципалитеттар менән берлектә шәкәр сөгөлдөрө өсөн өҫтәмә сәсеү майҙандары әҙерләй – уны 34 меңдән 45 мең гектарға тиклем арттырырға ниәтләй. Башҡортостанда сөгөлдөр сәскән 12 район төбәктең шәкәр заводтарын өҙлөкһөҙ эш менән тәьмин итәсәк.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская социаль селтәрҙә халыҡ ҡулланыуы тауарҙары темаһы буйынса ниндәй мөрәжәғәттәр килеүе хаҡында һөйләне. Нигеҙҙә, һүҙ шәкәргә ҙур ихтыяж, балалар аҙығының һәм яңы тыуған сабыйҙар өсөн тауарҙарҙың, шулай уҡ ҡағыҙҙың ҡиммәтләнеүе хаҡында бара.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев магазиндарҙы социаль әһәмиәтле тауарҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса логистиканың яйға һалыныуы тураһында хәбәр итте.

– Беҙҙең бурыс – магазин кәштәләрен кәрәкле тауарҙың барыһы менән дә тәьмин итеү, – тине Алексей Гусев. – Ике-өс аҙнанан хаҡтың төшөүен көтәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрен даими уҙғарырға ҡушты.

– Ял көндәрендә фермерҙарҙың һәм урындағы ауыл етештереүселәренең тауарын һатып алыу өсөн халыҡ был йәрминкәләрҙе көтөп ала, – тине Радий Хәбиров. – Был аграрийҙар өсөн дә отошло – улар үҙ тауары өсөн ҡулаҡса ала.

2021 йылда республика ауыл хужалығы йәрминкәләрендә сауҙа әйләнеше 20 процентҡа артҡан.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү һәм санитария авиацияһы осоштарын ойоштороу йәһәтенән хәүефтең юҡлығын билдәләне. Бөтә хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттәгесә эшләй. Дарыуҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, дарыуханалар селтәрендә дарыу запасы бар. Теге йәки был препараттың аныҡ дарыуханала булыу-булмауын “Честный знак” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында асыҡларға мөмкин.

Ҡайһы бер дарыуҙарға яһалма ажиотаж тыуҙырылған. Был хәл “Росздравнадзор” контролендә, ул етештереүселәр һәм дарыухана селтәрҙәре менән даими эш алып бара.

Оператив штаб ултырышында шулай уҡ республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл тикшерелде. Республика Хөкүмәте эш урындарын һаҡлап ҡалыу, эшен юғалтҡандар өсөн ваҡытлыса мәшғүллек ойоштороу, эшһеҙҙәрҙе ҡайтанан һөнәри уҡытыу буйынса өҫтәмә саралар программаһын әҙерләй.

– 2022 йылда федераль бюджеттан был маҡсатҡа 886,1 миллион һум бүленә. Әле беҙ финанслауға тағы ла бер ғариза әҙерләйбеҙ, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәп ашханаларында бөтә уҡыусыларҙың 59 процентының бушлай туҡланыуы тураһында хәбәр итте. Ә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин ведомство белгестәренең көн һайын төҙөлөш материалдары һәм конструкциялар баҙарындағы хәлде анализлауы хаҡында һөйләне. Продукцияның ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтың артыуы етештереүселәр алған кредит ресурстарының ҡиммәтләнеүе менән бәйле.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә социаль әһәмиәтле объекттар төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн Башҡортостандың төҙөлөш тармағындағы хәлде анализларға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: