Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2022, 11:00

Бөтә ауыл ҡайғыра...

Киң күңелле, ярҙамсыл, белемле, берәүгә лә "юҡ" тип әйтә белмәгән кеше булды ул. Уның ярҙамын күрмәгән ғаилә юҡтыр. 

Бөтә ауыл ҡайғыра...
Бөтә ауыл ҡайғыра...

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, оҙаҡ йылдар Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының Белорет филиалын етәкләгән Илдар Ҡаһарманов ҡапыл ғына арабыҙҙан китте.

Илдар Мөхәмәтғәле улын хеҙмәттәштәре, дауаланыусылар ҙур тәжрибәгә эйә булған белгес – табип-фтизиатр итеп белә ине. Ул һәр мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам ҡулы һуҙҙы, халыҡта иғтибарлығы, кешеләрҙе яратыуы, ихласлығы һәм тыйнаҡлығы менән ихтирам яуланы. Коллегалары ла уны хөрмәт итте, өлгө итеп ҡуйҙы. 

Илдар Ҡаһарманов Әбйәлил районының иң матур ауылдарының береһендә — Ташбулатта донъяға килгән. Ауылдаштары, Белорет һәм уның эргәһендә урынлашҡан райондар халҡына ярҙамы күп тейҙе. Шуның өсөн дә был көтөлмәгән ҡайғы булды.

“Бөтә ауыл өсөн йөрәк өшөткөс хәбәр. Изге йөрәкле, асыҡ йөҙлө, саф күңелле, ярҙамсыл ауылдашыбыҙҙы юғалттыҡ. Белорет дауаханаһына күҙ терәп барыр кешебеҙ бар ине. Берәүҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Ауылдаштары өсөн ул абруйлы һәм хөрмәтле табип булды. Ауылын, дуҫтарын яратты. Илдар Мөхәмәтғәле улы тураһында яҡты иҫтәлек хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Тыныс йоҡо, хөрмәтле ауылдашыбыҙ”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Гәүһәр Бадалова.  

“Уй, Аллаҡайым, ҡалай ғына ауыр хәл. Ташбулаттың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, киң күңелле,ярҙамсыл, белемле, бер кешегә лә юҡ тип әйтмәгән табип булды. Уның ярҙамын күрмәгән ғаилә юҡтыр.  Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, урындары ожмах түрҙәрендә булһын”, – тип яҙа Һылыу Нәҙершина.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдар Ҡаһарманов арабыҙҙан бик иртә китте – уға бары 61 йәш кенә ине. Ауыр тупрағы еңел булһын, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: