Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2022, 19:30

Иҫәпкә алыу, теркәү эштәре ябайлаштырыла

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкин тиклем ябайлаштырыла һәм тиҙерәк ваҡытта башҡарыла бара. Был өлкәгә ҡағылышлы тағы ниндәй яңылыҡтар бар? 

Иҫәпкә алыу, теркәү эштәре ябайлаштырыла
Иҫәпкә алыу, теркәү эштәре ябайлаштырыла

Бөгөн, 24 мартта, Росреестр идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Кадастр палатаһы филиалы милек хоҡуғын теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбе өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе ябайлаштырыу буйынса киң мәғлүмәт саралары өсөн онлайн-брифинг ойошторҙо.

Брифинг сиктәрендә эксперттар ведомстволар тарафынан Башҡортостан граждандары һәм эшҡыуарҙары өсөн иҫәпкә алыу-теркәү процедураларын ябайлаштырыуға, был хеҙмәттәрҙе электрон алым менән күрһәтеүгә күсеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ҡараны, шулай уҡ күсемһеҙ милекте теркәүҙәге яңы закондарҙы барланы.

БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец һөйләүенсә, уҙған йыл идаралыҡ өсөн мөһим ваҡиғаларға бай булған. Росреестр ҡуйған бурыстарҙан тыш, ведомство Башҡортостан Ресубликаһы Хөкүмәте тарафынан төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусанлығын арттырыу буйынса билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә әүҙем эшләгән.

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә бөгөн республикала милек хоҡуғын теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙың уртаса ваҡыты - өс эш көнө, ә электрон теркәү бер эш көнө тәшкил итә. Был срок ҡағиҙәләрҙә ҡаралғандан күпкә аҙыраҡ.

2021 йылда республикала төҙөлөш киң ҡолас алған. Ошоға бәйле, күсемһеҙ милек объекттарын теркәү һәм иҫәпкә алыу буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме лә артҡан. Ведомство белгестәре үткән йылда күсемһеҙ милек буйынса бер миллион 300 мең килешеү төҙөгән, был 2020 йылға ҡарағанда 15 процентҡа күберәк.

Ғаризаларҙың 49 проценты электрон юл менән бирелгән.  Дөйөм алғанда, 2020 йыл менән сағыштырғанда, электрон теркәүгә ихтыяж 55 процентҡа артҡан.

Ипотека буйынса теркәүҙәр күрһәткесе былтырғы йылға ҡарағанда - 12 процентҡа, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу буйынса килешеүҙәрҙе теркәү алты процентҡа күберәк тәшкил иткән. Ағымдағы йыл күрһәткестәре лә үҫеш кисерә.

Ведомство етәксеһе күсемһеҙ милекте теркәүҙе һәм иҫәпкә алыуҙы еңелләштереүсе яңы закондарға ла ентекле туҡталды. 2020-2021 йылдарҙа Росреестр 21 закондың ҡабул ителеүенә булышлыҡ иткән. Ҡабул ителгән закондарҙың иң мөһиме тип "дача амнистияһы"ның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыуҙы һанарға була. Граждандар торлаҡ йәки баҡса йорттарына хоҡуҡты 2031 йылға тиклем ябайлаштырылған тәртиптә теркәй ала.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарҙы теркәү өлкәһендә хоҡуҡи экспертиза үткәреү ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙылар. 14 мартта көрсөккә ҡаршы сара булараҡ төҙөлөш комплексына һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 58-ФЗ һанлы федераль законға ҡул ҡуйылды. Брифингта Петр Клец ошо турала ентекле һөйләне. Закон объектты ҡулланыуға тапшырғанда, ергә хоҡуҡты билдәләй торған документтарҙың булыуын икеләтә тикшереүҙе кире ҡаға.

Етәксе 2022 йылға ведомствоның төп бурыстарын да билдәләне. 2021 йылда Росреестр үҙ эшмәкәрлеген этаплап һанлаштыра башланы ла инде. 2024 йыл аҙағына күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 97 проценты “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса электрон юл менән күрһәтелергә тейеш. Шул иҫәптән "Дәүләт хеҙмәте"нең берҙәм порталында ла.

 “Росреестрҙың федераль Кадастр палатаһы” филиалы директоры урынбаҫары – баш технологы Андрей Пантелеев хәбәр итеүенсә,  2021 йылда филиал тарафынан  Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрыныан (ЕГРН) 2,5 миллион күсермә бирелгән. Күсермәне алыу ваҡыты – өс эш көнө. Онлайн режимда документты 15 минутта алып була. Шул уҡ ваҡытта ғариза биреүселәрҙең 92 проценты күсермәне электрон юл аша ала.

Ул шулай уҡ электрон-һанлы ҡултамғаны алыу һәм субъекттар, муниципаль берәмектәр, тораҡ пункттар,  айырым һаҡланған биләмәләр араһындағы сиктәрҙе күсемһеҙ милек реестрына индереү буйынса башҡарылған әһәмиәтле эштәр тураһында ла һөйләне.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: