Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 09:45

51 турист ҡайтты

Башҡортостан халҡының бер өлөшө төрлө сәбәптәр буйынса сит илдә тороп ҡалды һәм кире ҡайтыу менән ҡыйынлыҡтар кисерә.

51 турист ҡайтты
51 турист ҡайтты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бөгөн Мысырҙан ҡайтыу рейсы ойошторолдо, унда сит илдәрҙә туристик юлламалар буйынса булған 51 турист Башҡортостанға ҡайтты. Бөгөн ҡайтҡандар араһында сабыйҙар күп.

– Беҙҙең ҡайтыуҙы ойошторған республика Башлығына һәм ошо мәсьәләгә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ самолеттарҙы бик оҙаҡ көттөк һәм бөгөн тыуған илгә осасағыбыҙ тураһында әйткәс, ышанманыҡ. Сит илдә ҡалғандарға тиҙерәк кире ҡайтыуҙарын теләйем, - тине Мысырҙан килгән Ольга Карбенко.

– Самолет бик һәйбәт ине һәм бортта туҡланыу ҙа ойошторолдо. Беҙ Мысырҙа бер ай самаһы булдыҡ, ҡайтарыу рейсы буласаҡ тигәс, ышанмай ҙа торҙоҡ хатта. Ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тине Рәйлә Яматова.

Бөгөнгө көндә сит илдә 190-ға яҡын турист бар.

Санкциялар индерелгәндән һәм авиакомпанияларҙың рейстары туҡтатылғандан һуң сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү буйынса “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” оператив штабы эшләүен дауам итә. Хәл-ваҡиғалар үҙәге (347) 218-19-19 телефоны буйынса 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем шылтыратыу ҡабул итә. Консультация алыу өсөн WhatsApp 7 (904) 735-37-79 телефоны аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: