Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март , 16:50

Һабаҡ барыһына ла килеште

ok.ru
Фото:ok.ru

Альбина поликлиниканан сыҡҡас, яйлап ҡына маршруткалар туҡталышына йүнәлде. Ауырлы йөрөүенең етенсе айында ҡаланың бер башынан икенсеһенә сәфәр ҡылыу хәҙер бер аҙ ауырлашты, ун туҡталышты үтер өсөн ваҡыт та күберәк талап ителә. “Беҙҙең поликлиниканы ниңә быйыл ремонтҡа яптылар икән инде? Ҡайһылай уңайһыҙ булды, киләһе йылда асыуын-асырҙар ҙа ул...” – Альбина уйҙарына күмелеп, туҡталышҡа килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ярай әле, хәле яҡшы, анализдары һәйбәт, хатта табип та буласаҡ йәш әсәне бөгөн маҡтап алды.

Автобус оҙаҡ көттөрмәне, ке­шеләрҙең йылғырҙары, шәберәк­тәре ашыға-ашыға урындарҙы һайлап ултыра һалды. Альбина ултырырға урын булмағанына бошонманы: ярты сәғәтте баҫып барыу әллә ни ҡыйын булмаҫ, яңы автобус килгәнен көтөп тороп булмай бит инде. “Бәлки, берәйһе киләһе туҡталышта төшөп ҡалыр...” – тип күңелен тынысландырҙы ҡатын.

Пассажирҙар салонда баҫып торған йөклө ҡатынды күрмәнеләр түгел, күрҙеләр, әлбиттә. Тәүге ултырғыста бәләкәй ҡыҙы менән йәнәш ултырған ҡатын башҡалар­ҙың урынынан һикереп тороп, буласаҡ әсәгә урын биреренә ниәтләнеп булһа кәрәк, ҡыҙын ҡосаҡлабыраҡ ултырҙы. Наушниктар кейгән егет музыка тыңлаған булып, күҙҙәрен йомоп, күрмә­мешкә һалышты. Тубығындағы кәрзиндә ятҡан бесәйен тыныс­ландырырға тырышҡан ҡатындың да башҡаларҙа эше юҡ... Артҡы ултырғыста йәйелеп ултырған ҡарт йоҡомһорап киткәндәй булды, ә эргәһендәге ике ҡыҙ сыр-сыу килеп, телефон экранына текәлеп, нимәлер тураһында фекер алыша. Башҡалар ҙа йөклө ҡатынға һирпелеп тә ҡараманы.

Тик водитель генә ниңәлер урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмай, кемделер көтә булһа кәрәк. Тәҙрәһен асып тәмәке көйрәтеп тә алды. Пассажирҙарҙың да түҙемлеге бөттө, күрәһең, шыбырҙаша, ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланылар. “Шеф, ҡасан ҡуҙғалабыҙ?” – тине ҡыйыу ғына егеттәрҙең береһе. Илле йәштәр тирәһендәге водитель, тәмәкеһен һүндергәндән һуң салонға боролоп: “Йә, хәл иттегеҙме, кем буласаҡ әсәгә урын бирә? – тип ҡысҡырҙы. – Мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым”.

Салон йәнләнде. Бесәй һалған кәрзинен артта ултырған ҡарттың итәгенә һалып, күҙлекле ҡатын урын бирергә булды. Балалы ҡатын да ҡыҙын тубығына ултырта һалып, ултырғысты бушатты. Әле генә геү килешеп, телефондан күҙен ал­маған ҡурсаҡтай ҡыҙҙар һикерешеп урындарынан торҙо: “Ултырығыҙ, рәхим итегеҙ!” – тиештеләр бер ауыҙҙан. Ә наушник кейгән егет автобустан бөтөнләй сығып китте. Водитель ҡәнәғәт йөҙ менән салонға күҙ йүгертте. “Ҡыҙым, үҙеңә яйлыраҡ урынды һайла. Хәҙер ҡуҙғалабыҙ, улай булғас”, – тип, руленә тотондо.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в