Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 16:17

Алдаҡсылар әүҙемләшкән

don24.ru
Фото:don24.ru

Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар ведомство исеменән граждандарҙы йышыраҡ алдай башлаған. Улар, йәнәһе, халыҡтың банк иҫәптәренә хәүеф янай, тип иҫкәртә.

Телефондан мутлашыусыларҙың ҡорбандары — ололар. Телефон номерҙарын алмаштырыусы махсус программалар ярҙамында алдаҡсылар номерҙарҙы, шулай уҡ ведомство бүлектәренең рәсми сайттарында урынлаштырылған фамилияларҙы һәм вазифаларҙы файҙалана.

Үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыралар һәм зыян күреүселәрҙең банк иҫәптәрендәге аҡсаларын урларға (йәки кредит бирергә) тырышалар, шуға күрә, йәнәһе, аҡсаны ашығыс рәүештә хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерергә кәрәк, тип алдайҙар.

Мутлашыу схемаһы ышаныслыраҡ булһын өсөн, улар “енәйәт эшен тикшереү буйынса эш итәбеҙ” тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта кредит бирергә һәм “енәйәтселәрҙе асыҡлау” маҡсатында үҙҙәре билдәләгән иҫәптәргә аҡса күсерергә тәҡдим итә һәм, “тикшереү ғәмәлдәре” тамамланғандан һуң, барлыҡ аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләй.

Ә зыян күреүсене ҡармаҡтан ысҡындырмаҫ өсөн мутлашыусылар, тәүҙә банктың именлек хеҙмәте исеменән шылтыратып, аныҡ исем менән “хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен” саҡырыу тураһында иҫкәртә.

Шул уҡ ваҡытта мутлашыу схемалары башҡаса булыуы мөмкин, әммә бер ысул ғына үҙгәрешһеҙ ҡала — енәйәтселәр зыян күреүселәрҙе аҡсаны ниндәйҙер иҫәптәргә күсерергә мәжбүр итә. Йыш ҡына уларға шәхси банк мәғлүмәттәрен биреүҙе һорай. Тап ошо факт һеҙҙе һағайтырға тейеш.

— Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты теге йәки был ысул менән иҫәптәргә аҡса ебәрергә йәки банк картаһы реквизиттары тураһында хәбәр итергә тәҡдим иткән кешеләрҙең Рәсәй Тәфтиш комитеты йәки Рәсәй Федерацияһының башҡа власть органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡағылышы булмауы тураһында иҫкәртә. Бындай ғәмәлдәр тәф­тишселәрҙең вазифа бурыстарын үтәүенә бәйле түгел һәм законһыҙ.

Был факттарҙың барыһы ла уғрылыҡ күренеше булып тора. Мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан кешеләрҙе асыҡлау һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу маҡсатында был хаҡта кисекмәҫтән эске эштәр органдарына хәбәр ителергә тейеш, – тип иҫкәртә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Телефон мутлашыусыларының һөжүменән нисек һаҡланырға?

l Телефондан шылтыратҡан билдәһеҙ кеше менән һөйләшкәндә, ашығыс ҡарар ҡабул итергә ярамай.

l Һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатыу – иң ышаныслы юл.

l Хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә шик тыуған осраҡта, картаның артҡы яғында күрһәтелгән банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратып, барыһын да шәхсән белеү отошлораҡ.

Шулай уҡ Тәфтиш комитетының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына шылтыратып 8 (347) 251-62-51, тәғәйен тәфтишсенең һеҙгә шылтыратҡанмы-юҡмы икәнен асыҡларға мөмкин. Алданған осраҡта кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: