Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 15:45

Ҡара төктәр йонсотһа

Ябай, шул уҡ ваҡытта ҡиммәт булмаған ингредиенттар ярҙамға килер был осраҡта.

Ҡара төктәр йонсотһа
Ҡара төктәр йонсотһа

Биттәге ҡара төктәр йонсотамы? Улайһа был рецепт тап һеҙҙең өсөн. Тәҡдим итәсәк битлек-скраб тирене тәрәнтен таҙалау өсөн тәғәйенләнгән. Аҙнаһына бер тапҡыр эшләп торһағыҙ, тирегеҙ шымарып та китер, төктәр ҙә юғалыр. Өҫтәүенә уға тәғәйен ингредиенттар ҡиммәт тә түгел.

Был битлекте әҙерләү өсөн беҙгә 2 аш ҡалағы күк балсыҡ (голубая глина – дарыуханала һатыла), 1 аш ҡалағы ябай тоҙ, 2 аш ҡалағы ромашка төнәтмәһе, 10 тамсы сәй ағасы майы (масло чайного дерева) кәрәк буласаҡ. Тоҙға күк балсыҡты, сәй ағасы майын ҡушып болғайбыҙ ҙа ромашка һыуын ҡоябыҙ. Артабан ҡуйы ҡаймаҡ рәүешенә еткәнсе йәнә болғатабыҙ. Бына мөғжизәле битлек әҙер ҙә - алдан тирләтеп таҙартылған тирегә яғабыҙ уны һәм 20 минут буйы тотабыҙ. Һуңында йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

Һыналған ысул был, мотлаҡ файҙаһы тейер, тирегеҙ таҙарып, шымарып китер. Яҙҙы матурланып ҡаршылайыҡ, дуҫтар!

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: