Халҡыбыҙҙың “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән әйтеме бар. Бала саҡтан уҡ ислам динендә тәрбиәләнгән ата-бабаларыбыҙ күрше хаҡының баһаһы юғары һәм изге булыуын яҡшы белгән. “Тәңре” тигән һүҙ менән, йәғни был исем менән ата-бабаларыбыҙ нәҡ Аллаһы Тәғәләнең үҙен атаған бит.
Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең Тәңре һүҙенән ниндәйҙер яңы дин – “тәңреселек” яһарға маташыуы һағайта. Ҡаҙаҡтарҙа ла, башҡорттарҙа ла, ҡырғыҙҙарҙа ла, үзбәктәрҙә лә һәм башҡа халыҡтарҙа ла билдәле булған исемдең башҡа илаһҡа бирелеүе мөмкин түгелдер, моғайын.
Изге китабыбыҙ Ҡөрьәндә, пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. хәҙистәрендә лә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Шуға күрә әлеге әйтемдең халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында урын алыуы быуаттарға тиң икәне бәхәсһеҙ. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. үҙенең бер хәҙисендә мосолмандарға: “Кем Аллаһҡа һәм һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен”, – тип өндәшкән. “Күрше хаҡын ҡайғыртмаған кеше оло гонаһ ҡыла һәм үҙен Аллаһы Тәғәләнең язаһына дусар итә”, тигән хәҙис тә бар. “Кем, үҙе туҡ булып та, күршеһе ас тора, шул мосолман түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. Күрше тураһында мәҡәл-әйтемдәр ҙә күп. Беҙгә динебеҙҙе яҡшы итеп өйрәнеп, күршеләребеҙгә ысын мосолмандарса мөғәмәлә итергә насип итһен.
Күршелек мөнәсәбәте тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, үҙемдең күршеләрем тураһында өндәшмәй ҡалыу дөрөҫ булмаҫ ине. Мин иҫ белгәндә беҙҙең ут күршебеҙ Миңлебикә исемле бер әбей ине. Беҙ, балалар, уны “Өштөкәй инәй” тип йөрөтә инек. Ул инәй ҡыш та, йәй ҙә, өшөгән кеше һымаҡ, шоҡорайып йөрөр ине, бәлки, шунан сығып та ошондай исем таҡҡандарҙыр. Бер үҙе генә йәшәне, бабайы һуғыштан алда уҡ вафат булған, ике улын фронтҡа оҙатып, икеһе хаҡында ла “ҡара ҡағыҙ” алған ине.
Атайым менән әсәйем Миңлебикә инәйҙе иртәнге сәйҙән дә, йома сәйенән дә ҡалдырманы – шул хәтеремә ныҡ һеңеп ҡалған. Беҙҙең заманда булғанын күршең менән бүлешеү тәбиғи күренеш, кешеләргә һаранлыҡ төшөнсәһе ят ине. Эйе, ярлылыҡ булды, әммә һаранлыҡ булманы беҙҙең ғаиләлә.
Ябай ғына “ут күрше” тигән һүҙ ҙә бик күпте аңлата бит. Иҫемдә, әсәйем мәрхүмә иртән торғас та иң тәүҙә мейескә ут тоҡандырыр ине. Әммә кистән көлгә күмеп ҡалдырған тере күмерең һүнгән булһа, һоҫҡо тотоп утлы күмер алырға күршеңә инәһең, йәки ҡайһы өйҙөң мөрйәһенән төтөн сыға, шунда йүнәләһең. “Ут күрше” һүҙе, һис шикһеҙ, шунан килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым.
Тағы ла шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған: беҙ бала саҡта күрше йорттар араһында ҡойма-маҙар булманы. Бәлки, һуғыш осоронда яғып бөткәндәрҙер, урманһыҙ, ялан яҡ бит. Ауылымдың тар ғына урамы буйлап эреле-ваҡлы ҡыйыҡһыҙ балсыҡ өйҙәр теҙелгән. Ул саҡтағы оҙайлы ҡарлы бурандарҙан һуң балсыҡ өйҙәрҙең мөрйәләре генә күренеп ултырыр ине. Бары тик үткән быуаттың 60-сы йылдарынан һуң ғына, сиҙәм күтәреү башланғас, беҙҙең яҡта ла халыҡ ағас өйҙәр һала башланы. Йылдар үткән һайын йорттар тәкәббер генә бейегәйә, йорттар менән бергә ике күрше араһындағы ҡоймалар ҙа күтәрелә барҙы. Хатта ҡайһы берәүҙәр, самаһыҙ шаштырып, “бөйөк Ҡытай стенаһы” төҙөп тә ултыртты.
Бер яҡын дуҫымдың “ҡоймалар бейегәйеү менәнме, күңелдәр сүгә бара” тип бошоноуы урынлы. Ут күршеләргә лә мохтажлыҡ бөттө, сөнки сәй-шәкәр, икмәк-тоҙ, һөт-май – барыһы ла бар, шөкөр итәһе генә ҡала. Йәшәйешебеҙ насарҙан түгел, мул йәшәйбеҙ, шатланырға кәрәк, әлбиттә. Тик шул бер-беребеҙгә күңел ҡапҡаларын бикләмәһәк ине!
Йәш сағымда булды был хәл. Яҙғы сәсеү осоронда үҙебеҙҙең бүлексәлә сәсеүҙе тиҙ арала тамамлап, күрше хаҡын уйлап, Яңы Петровка ауылына ярҙамға барҙыҡ. Күмәкләп эшләгәндә, сәмләнеп, үҙ-ара ярышыу мөмкинлеге тыуа. Ике көндә сәсеүҙе тамамланыҡ. Бүлексә хужаһының шатлығы эсенә һыймай. Шат булмай ни, ике көн элек райкомға, сәсеүҙе ваҡытында тамамланыҡ, тип ҡабаланып рапорт биреп ҡуйғайны бит (уныһы ла замана “йолаһы” ине).
Хужа күршеләрҙе ҡоро ғына ҡайтарып ебәреүҙе килештермәне, ҡунаҡ булыуыбыҙҙы үтенде. Уныһы ла йола. Ғүмер буйы бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәгән күршеңдең һыйынан ауыҙ итмәй ҡайтып китеү әҙәпһеҙлек булыр ине. Етмәһә, көн һайын сәскес тупһаһында 12 сәғәт саң-туҙан йотоп, һикереп йөрөүе лә еңел эш түгел.
Ул арала аш-һыу тейәп ялан кухняһы килеп етте. Ҡыҫҡаһы, күңелле ултырҙыҡ. Ҡаршыбыҙҙа күбеһе урыҫ милләтенән булған күршеләр “ҡамышты шаулатһа”, беҙ, яуап итеп, “ултыр әле, яндарыма”ны гөрләттек... Милләт-ара дуҫлыҡ тураһында күп яҙалар, һөйләйҙәр, был шуның асыҡ өлгөһө ине.
Заманалар имен-аман торһон, йәштәргә шатланып йәшәргә, кинәнеп эшләргә яҙһын. Һәр осраҡта ла заманға һылтанмай, кеше булып ҡалайыҡ. Күршеләр, тирә-йүндәгеләр менән дуҫ, татыу йәшәүгә ни етә!
Ханнан МӨХӘМӘТЙӘРОВ.
Хәйбулла районы,
Түбәнге Смаҡ ауылы.