Табип, анестезиолог-реаниматолог, эске хеҙмәт майоры, оло ғаилә башлығы Мирғәле Дияс улы Әхмәтйәнов тураһында һүҙ сыҡҡанда бергә уҡыған һабаҡташтары уның иң тәүҙә тыйнаҡлығын, ябайлығын, кешелеклелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡорт телендә ошо сифаттарҙы үҙ эсенә алған, донъяны тотоп торған “әҙәп” тигән бик матур, кинәйәле һүҙ бар. Билдәле шәхестәребеҙҙең береһе әйтмешләй, “әҙәп-әхлаҡ һаҡланмаған, намыҫ-выждан бөткән ерҙә ил-йорт та тарҡалырға тора”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай аяныслы күренештәрҙе донъя кимәлендә лә яҡшы күреп торабыҙ.
Баҡалы районының Кәркәй ауылында тыуып үҫкән Мирғәле Дияс улының әле тормошто бөтә сағыулығында татып, ҙур сынығыуҙар аша үтеп, ышаныслы тылы – оло ғаиләһе солғанышында ҡәнәғәтләнеү кисереп йәшәгән мәле. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында табип-статист булып хеҙмәт итә.
– Мирғәле Дияс улы, һеҙ киртләсле-киртләсле тормош баҫҡыстарын үҙ көсөгөҙ, үҙегеҙҙең тойомлауығыҙ менән үткән, әсәйегеҙҙең күңел йылыһын, хәстәрен кисереп, үҫмер саҡтан уға ышаныслы терәк булыу тойғоһо менән буй еткергән кешеһегеҙ. Ни өсөн һеҙгә ғүмер буйы хәрби булыу теләге тынғы бирмәне?
– Бәлки, ул заманда үҫкән малай-шалайҙарҙы хәрбиҙәрҙең ыҫпайлығы, кинофильмдар һәм китаптарҙа һүрәтләнгән яугирҙәр ҡыйыулығы, тәүәккәллеге әсир иткәндер. Армиянан хәрби кейемдәрҙә ҡайтып ингән һалдаттарҙы ауылдаштарҙың нисек ҙурлап ҡаршы алғаны бөгөнгөләй иҫтә. Хеҙмәттән олпатланып, етдиләнеп ҡайтып ингән ауыл егеттәре ҡыҙыҡтырырлыҡ ине. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ хәрби булырға теләнем, үкенескә ҡаршы, медицина комиссияһының ҡәтғи ҡарары хыялымды селпәрәмә килтерҙе. Шулай ҙа “һалдат бутҡаһын” тәмләү бәхете тейҙе. 1985–1989 йылдарҙа Өфөләге медицина училищеһын тамамлағандан һуң Солнечногорск ҡалаһы эргәһендәге хәрби часта ике йыл буйы хеҙмәт иттем.
– Әрме хеҙмәтенән күңелегеҙ ҡайтманымы һуң теләгегеҙ һүрелмәнеме?
– Һалдат мәктәбен үтмәгән, тир түкмәгән егет буламы? Армиялағы тимер тәртип, ҡәтғи дисциплина ир-ат өсөн аҙаҡтан тыныс тормошта донъя көтөр, үҙеңде табыр өсөн дә кәрәк бит ул. Ошонда фельдшерлыҡ һөнәре нескәлектәрен үҙләштерҙем, тәжрибә тупланым. Минең өсөн ике йыл ғүмер тормош мәктәбе булды.
Башҡортостанға ҡайтҡас, белемемде артабан камиллаштырыу, табип булыу уйы менән ҡанатланып йәшәнем. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан егеттәр өсөн элек рабфак (эшселәр факультеты) тип аталған әҙерлек курстары була торғайны, бик күптәр шунда белемдәрен нығытып, иҫкә төшөрөп, вуздарға уҡырға инде. Мин дә – шуларҙың иҫәбендә. Кисен уҡыйбыҙ, көндөҙ төҙөлөштә нимә ҡушһалар, шуны башҡарабыҙ. Шулай итеп, 23 йәштә Башҡорт дәүләт медицина институты студенты булып киттем.
– Был йәштә егет-ҡыҙҙарҙың байтағы юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында диплом алып эш башлай, ә һеҙ – студент… Ауыр булманымы?
– Бик еңел уҡыным, “ҡойроҡтар” тағылып ыҙалатманы, имтихандарҙы ваҡытында тапшырырға тырыштым. Шулай итеп, 28 йәшемде тултырғанда анестезиолог-реаниматолог дипломы алып, медицина хеҙмәте лейтенанты булып, оло тормош юлын башланым. Бер нисә йыл “ашығыс ярҙам” бригадаһында табип булып эшләп, мул тәжрибә тупларға тура килде. Ғөмүмән, “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренең күҙгә күренмәгән, күп яҡлы хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Үтә көсөргәнешле эш. Бер тәүлек эшләйһең дә ике тәүлек ял итәһең. Бригадаға кеше етешмәһә, ваҡытынан алда эшкә сығаһың. Әйтергә кәрәк, ул саҡтарҙа “ашығыс ярҙам” фельдшерҙары хеҙмәте яҡшы баһаланды.
– Рух ныҡлығы тормош түбәнлегенән юғары күтәрә, үҙеңде, йомшаҡлыҡтарыңды еңеү көслө итә, тиҙәр. Икеләнгән саҡтарығыҙҙа нимәгә таянып эш итәһегеҙ?
– Бары үҙемә. Хәлде үҙ күҙҙәрем менән күреп баһалағас ҡына ниндәйҙер ҡарарға килә алам. Йәш саҡта дыуамалланып, ҡатыным Фиданиә менән ярты йәшлек ҡыҙыбыҙҙы күтәреп, Себер тарафтарына юлландыҡ. Фатир юҡлығы инде… Эш, йәшәү шарттары менән таныштым, барыһын да үҙ күҙҙәрем менән ҡарап баһалағас, йәшәр өсөн тыуған яҡтан да уңайлыраҡ ер булмағанына төшөндөм.
– Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, юлдар һеҙҙе Башҡортостанға алып ҡайтҡан… Мирғәле Дияс улы, һеҙ ни өсөн ҡайһы берәүҙәр кеүек пландар ҡороп йәшәргә теләмәйһегеҙ, “кешене пландар йөрөтмәй, хыял йөрөтә”, тиергә яратаһығыҙ?
– Һин ҡорған пландың бер минутта селпәрәмә килеүе мөмкин, ә уй-хыял талмаҫ ҡанатлы, көс-дәрт бирә, күңелеңдән бер ҡайҙа ла китмәйенсә йәшәй. Ғүмер, әйҙә, шулай тәрән йылғалай үҙ яйына, үҙ ағышына дауам итһен. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, хәләл ефетем Фиданиә менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, оло ҡыҙыбыҙ Фидалиә – Өфө нефть техник университеты студенты, ниңәлер тимер-томор, нефть торбалары эше менән мауыҡты. Улыбыҙ Марсель 10-сы класта уҡый, минең һөнәрҙе үҙ итмәксе. VI класта уҡыған Элина әлегә кем булырға теләгәне тураһында өндәшмәй, сер итеп һаҡлай. Тормош иптәшем Өфөләге 98-се мәктәптә балаларға белем бирә. Үҙем хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында табип-статист булып эшләйем. Ҡыҫҡаһы, бөтә документтар әйләнешендә, счет-фактураларҙа, иҫәп-хисапта “тимер” тәртип булдырырға тейешмен. Беҙҙең поликлиника Мотлаҡ медицина страховкалау фондына ҡарамағанлыҡтан, полистар булмағанлыҡтан, пациенттарҙы хеҙмәтләндергән дәүләт медицина учреждениеларына аҡсаны министрлыҡ үҙе түләй. Бурыстарыбыҙ компьютерҙа ғына түгел, ҡағыҙ менән дә эш итәбеҙ. Түләргә килтерелгән һәр документты тикшерергә, “выписной эпикриз”ды ҡарарға, сумманың дөрөҫлөгөн раҫларға тура килә. Беҙҙең эштә иғтибарлылыҡ, теүәллек, яуаплылыҡ – иң мөһиме. Һандарҙың дөрөҫлөгөн формулалар буйынса тикшерәбеҙ. Пациентҡа тәғәйенләнгән дауалау ысулдары диагнозы менән тап киләме, хаталар китмәгәнме?
Аңлар өсөн ябай ғына миҫал: мәҫәлән, күҙе ауыртыуына зарланып килгән пациентҡа ни өсөн массаж тәғәйенләнгән, йәки тымау йонсотҡан пациентҡа ни өсөн маммография йәки магнит-резонанс томографияһы кәрәк булған? Барыһы ла нигеҙләнгән булырға тейеш.
– О-о-о, ҡайһылай ҡатмарлы! Һандар, документтар, формулалар эсендә йөҙәһегеҙ икән. Һеҙҙең Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында медицина буйынса имтихандар үткәреүҙә ҡатнашыуығыҙ ҙа билдәле. Чечен Республикаһында ярты йыл буйына командировкала булғанығыҙҙы, әллә күпме миҙалдар, Рәхмәт хаттары менән наградланыуығыҙҙы ла ишетеп беләбеҙ. Тик үҙегеҙ генә тыйнаҡлыҡ күрһәтеп, был хаҡта ауыҙ ҙа асмайһығыҙ...
– Әгәр буш ваҡытта баҡса үҫтереү, ер тәрбиәләү тураһында һорашһағыҙ, моғайын, еңелерәк булыр, ә әңгәмә ҡыҙыҡлыраҡ, төплөрәк килеп сығыр ине. Үҙем хаҡындағы һүҙгә һараныраҡмын шул. Тағы бер шөғөлөм – интернет селтәрендә йөҙөү, чаттарҙы күҙәтеп барыу күңел талабына әүерелгәнен әйтәйем. Кискеһен күрше-күлән, һабаҡташтар, дуҫтар, хеҙмәттәштәр чатына инеп, меңгә яҡын хәбәрҙе уҡырға, кемделер тыуған көнө, ғаилә байрамдары менән ҡотларға тура килә. Был әүрәткес селтәрҙән һис кенә лә ситкә китеп тә, йәшенеп тә булмай. Бөгөн мин үҙемде айырыуса ғаилә сәләмәтлеге, бөтөнлөгө һәм татыулығы өсөн яуаплы тоям. Ғөмүмән, ир-егеттең яҙмышы яҡын кешеләр, ил яҙмышы һәм именлеге менән тығыҙ бәйле бит.
– Мирғәле Дияс улы, ир-егетте күркәм иткән сифаттың сабырлыҡ икәнен аңланыҡ. Һеҙгә әңгәмәгеҙ, ихлас теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.