Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 12:41

Ҡолош гөрләп торҙо

Сәфәр ауылынан килгән Батыр Хисмәтовҡа ни бары ун ике генә йәш, әммә был булдыҡлы егет өлкәнерәк иптәштәренән дә, ҡаршылыҡтарҙан да ҡурҡып торманы һәм ҡыйыу рәүештә  ҡышҡы ат сабыштарында ҡатнашты. Кармелита тигән яңғырауыҡлы ҡушаматлы ат, ҡыҙҙар кеүек тыйнаҡ ҡына боролоп, бәләкәй хужаһына ғына уны ҡосаҡларға һәм үҙе хаҡында һөйләргә ирек бирҙе.

Учалы районы Ҡолош  ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы “Һыбайлылар уйыны” тигән ҙур фольклор байрамы уҙҙы. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Ирәндек” хәйриә фонды вәкилдәре лә ҡатнашты.

Байрамда тәүге тапҡыр боронғо башҡорт уйыны “Ауҙарыш” үткәрелде. Сараның иң сос һәм ҡыйыу ҡатнашыусылары ғына бәйгеләшен аттан һөйрәп төшөрә алды.

Аттарҙа уҡтан атыу ярышы ла  мауыҡтырғыс тамаша булды. Уҡсыларҙың ғаилә династияһы – Ауырғазы районынан оло йәштәге Зәйет Шакиров ҡыҙы, ейәне һәм бүләһе менән бергә ошо ҡоралдан атыу оҫталығын күрһәтте. Ә сағыу тирмәләрҙең береһендә ауыл музейының экспозицияһы – башҡорттарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре урынлаштырылды.

Ат сабыштарында Учалы, Баймаҡ райондары, Өфө ҡалаһы һыбайлылары ҡатнашты. 1600, 3200, 4400 метрға өс ярыш һәм “Оло бәйге” ойошторолдо. Алты мең метрлыҡ иң оҙон арала Сергей Айсынов еңеү яуланы. Уның Геология ҡушаматлы аты финишҡа беренсе булып килде. Эльбруста елдергән Илназ Мостафин – икенсе, Динар Фазлетдинов Дунай менән өсөнсө урынды алды.

Бөтә ярыштарҙа ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Айнур Сәғитов учалыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондының һәм урындағы ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Этно-музыкант, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Зәйнетдин, “Заман” этно-төркөмө, “Ҡарһылыуҡай-2021” республика конкурсы еңеүсеһе Наҙгөл Ғәйфуллина һәм район артистарының сығыштары байрамдың сағыу биҙәге булды.

Сара бик үҙенсәлекле һәм матур уҙҙы. Халҡыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлағандарға мең рәхмәт! Йәш быуын вәкилдәрен боронғо башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу бик мөһим һәм ҙур әһәмиәткә эйә: был киләсәккә нигеҙ һалыу ул.

Г. ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: