Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 22:15

Сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға нимә ҡамасаулай?

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне.

Сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға нимә ҡамасаулай?
Сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға нимә ҡамасаулай?

Төбәк операторҙарына сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға нимә ҡамасаулай? Төҙөлөш ҡалдыҡтарын сүп-сар майҙансығына өйөргә яраймы? Республикаға идара итеү үҙәге ошо һорауҙарға яуап эҙләне.

"Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға арналған кәңәшмәләрҙе даими уҙғарабыҙ. Проблемалар етерлек. Республикаға идара итеү үҙәге, муниципалитеттар, төбәк операторҙары, Башҡортостандың Экология министрлығы – бөгөн борсоған һорауҙарҙы бергә тикшерәбеҙ.

Сүп-сарҙы ваҡытында сығарырға ауыл ерендә - ҡарҙан таҙартылмаған юлдар, ҡалаларҙа контейнер майҙансыҡтарына яҡын ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ундай водителдәргә штраф ҡаралған.

Беҙҙең хеҙмәттәштәр - Республикаға идара итеү үҙәге аналитиктары системалы проблемаларҙы анализланы. Бында халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре, дәғүәләре ярҙам итте.

Мәҫәлән, Мишкә ауылының Революция урамында өс аҙна сүп-сар сығарылмай. Асыҡланыуынса, водитель ҡар ҡамасаулай тип, системаға элекке фотоларҙы ебәрә. Төбәк операторы проблеманы тиҙ хәл итә. Водитель язаһын ала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Инцидент-менеджмент” системаһы ошондай мәғлүмәттәрҙе лә эләктерә. “Бөрө ҡалаһының Болонло урамында урынлашҡан 30-сы йорт эргәһендә өс контейнер була торғайны, хәҙер икәү генә ҡалды. Һөҙөмтәлә сүп-сар контейнер эргәһендә һәм юлда туҙып ята. Бындай хәл беренсе көн күҙәтелмәй. Проблеманы хәл итеүегеҙҙе үтенәм”. 

“Төҙөкләндереү идаралығы” учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре хәлде урында тикшерә.  Асыҡланыуынса, был төҙөлөш ҡалдыҡтары була.  Уны кем түккәнен асыҡлайһы ҡала. Ул мотлаҡ табыласаҡ һәм штраф түләйәсәк. 

Төҙөлөш ҡалдыҡтары ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға инмәй, уларҙы сүп-сар майҙансығына өйөргә ярамай.   

Төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн лицензияһы булған компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

1 ғинуар - 23 март арауығында Республикаға идара итеү үҙәге 167 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Былтырғы ошо осорҙа – 147".

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмө.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: