Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Төркиә машина төҙөүселәр берлеге президенты Эмре Генджер менән уның кәңәшсеһе Али Дерекол килде.
Был эш сәфәре. Төркиәнең “Лимак” холдингы Башҡортостаның баш ҡалаһында көнсығыш сығыу урыны төҙөй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙенсәлекле проект километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы тоннелдән, Өфө йылғаһы аша күперҙән, эстакаданан һәм автомобиль юлдарынан тора. Ҡунаҡтарҙы тәү сиратта уларҙы, эшмәкәрлектәре менән бәйле, юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролләү һәм планлаштырыу мәғлүмәт системаһы (СКПДИ) ҡыҙыҡһындырҙы. Был системала бөтә юлдар һанлаштырылған, ҡайҙа ремонт талап ителә, участка өсөн кем яуаплы, уның торошо ниндәй – барыһы ла аңлашыла. Халыҡтан килгән сигналдар проблемалы урындарҙы асыҡларға, юл хеҙмәткәрҙәрен ҡайҙа йүнәлтергә икәнлеген хәл итергә ярҙам итә.
Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ла ҡаршы алды. Ул сығышында Төркиәнең Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе икәнлеген билдәләне. Былтыр сауҙа бәйләнеше ике тапҡырға артып, 208 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорт та, импорт та ике тапҡыр үҫеш күрһәткән. Әлеге вҡыттағы ҡатмарлы геосәйәсәт шарттарында ла бәйләнеш өҙөлмәй.
Ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Улар халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында ошондай үҙәктең барлыҡҡа килеүе менән ғәжәпләнеүҙәрен йәшермәне.
#ЦУРБашкортостана