Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март , 16:38

Ҡулдарына күҙ теймәһен

“Маҡсатың, яратҡан һөнәрең булыу – үҙе ҙур бәхет”, – ти Айгөл Ғәзизова.

Булат Тимерғәлиев.
Фото:Булат Тимерғәлиев.

Хәҙерге заманда кейемгә ҡытлыҡ юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оҫта ҡуллы ҡыҙҙар, апайҙар теккән кейемдәргә ихтыяж һәр саҡ бар. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән йәш, уңған тегенселәрҙең береһе Айгөл Ғәзизова – шундай ҡул оҫталарының береһе.

Бәләкәй саҡта Флүрә өләсәһе биргән һабаҡтарҙы әле лә һағынып иҫкә ала Айгөл. Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ йоҡо кейеме тегеп кейә. Өләсәһенең ҡорғанын ҡырҡып алып, ҡурсаҡтарын кейендерә. Ҡорғаны тауарға китә башлағас, өләсәһе: “Ярай, ҡырҡып бөттөң бит инде, үҙеңә лә юбка тегеп ал”, – тигәс, мәктәпкә кейергә итәк тегеп ала. Был юлы өләсәһе кәңәше менән генә ярҙам итә.

Иң яҡшы тәрбиә – хеҙмәт, тиҙәр. Эш тәмен белеп үҫкән бала юғалып ҡалмай. 7-се класта уҡығанда модельер-дизайнер булырға хыяллана. Әммә тормош уны әҙ генә икенсерәк юҫыҡтан алып китә – Айгөл Стәрлетамаҡ педагогия колледжында рәссамлыҡҡа уҡый. Артабан Өфөлә БДПУ-ның биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм дизайн бүлегендә белем ала. Курсташтары менән Санкт-Петербург ҡалаһына барып тәжрибә уртаҡлашып ҡайталар. Тап шунда тегеү буйынса уҡырға барырға йыйына, әммә яҡындары уны алыҫҡа ебәрергә ҡыймай.

– Әсәйем тыуған көнөмә теген машинаһы бүләк итте. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырыусы, кәрәк саҡта аҡыллы кәңәштәрен биреүсе оло терәгем ул. Хәҙер ике машинкала тегәм. Дөйөм алғанда, биш йыл тирәһе тегеү менән шөғөлләнәм. Алдан да күлдәк, блузка, түшәк кәрәк-ярағы тегә торғайным. Улым Исламға футболка, кофталар, салбарҙар, күлдәктәрҙе үҙем тегеп кейҙерәм. Ныҡлап был эшкә пандемия башланған йылда тотоноп киттем. Битлектәр, пижамалар тектем. Заказдарым күбәйҙе, өлгөрмәй башланым. Шуға күрә, эш урынымдан китеп, тулыһынса теген менән булышырға хәл иттем, – ти туғыҙ йылға яҡын “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубында эшләгән Айгөл.

– Әлеге ваҡытта йылы костюмдар, баш кейемдәре тегәм. Материалдарҙы Мәскәү, Новосибирск, Силәбенән сифатлыһын ғына алдырам. Ҡайһы бер клиенттар туҡыманы үҙҙәре килтерә, – ти Айгөл.

Кешегә матур итеп тәҡдим итә белеү ҙә – ярты уңыш. Ул заказын тапшырған ваҡытта ҡулланыу, әйберҙе йыуыу буйынса бар кәңәштәрен әйтеп, өҫтәүенә матур итеп биҙәп, махсус пакеттарға төрөп бирә. Аҫлы-өҫлө йылы костюмдарҙы ғына 50-гә яҡын теккән.

– Яңыраҡ ҡына күлдәк, пинжәк, блузка, пальтолар тегергә материалдар килде. Киләсәктә курткалар, ҡалын пальтолар тегә алырлыҡ сәнәғәт теген машинкаһы алырға хыялланам, – тип уй-хыялы менән бүлеште оҫтабикә.

Айгөл йәй осоронда еңел күлдәктәр, итәктәр тегә. Заказдарын почта аша күп тапҡырҙар Өфө, Татарстан, Сорғот ҡала­ларына ебәргәне лә бар. Айырыуса балалар кейемдәренә заказ күп. Шулай уҡ тотош ғаиләгә бер төрлө кейем тектереп алыусылар ҙа бар. Балалар костюмы тегеүгә бер көн етһә, ололар өсөн 2-3 көн китә.

– Көндән-көн яңы алымдар үҙләштерәм. Интернетта тегенсе блогерҙарҙы ҡарайым, уларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашам, бергә аралашып торабыҙ. Кейем өлгөләрен һатып йә үҙемә оҡшағанса үҙгәртеп алам, – ти һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Айгөл.

– Интернеттан күрмәгән-белмәгән кешеләрҙең ҡурҡмай, шунда уҡ түләүен ебәреп, заказ биреүҙәренә тәүҙә аптырап ҡала инем. Аҙағыраҡ шулай ышаныс белдереүҙәре көс һәм дәрт өҫтәне.

Уларҙың ышанысын аҡларға тырышам. Аллаға шөкөр, тәнҡит белдереүселәр булғаны юҡ. Ҡыуанып, риза булып алалар, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Айгөл Марат ҡыҙы.

Тормош иптәше Динис та Айгөлдө һәр яҡлап ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора, тегенеү өсөн мөйөш тә әҙерләп биргән. Айгөл шулай уҡ һәр саҡ терәк-таяныс булған ата-әсәһенә, ҡәйнәһенә, ағаһына, ҡустыһына рәхмәтле. Башланғыстарыңды йөпләп, хуплап торған яҡындарың барҙа, уңышҡа, хыялға табан атлауы күңеллерәк тә, еңелерәк тә. Ғаиләһе уның төп ярҙамсылары, моделдәре, тиһәк тә булалыр. Оҫтабикә теккән кейемдәрен әсәһенә, иренә, улына кейҙереп фотоға төшөрә, интернетҡа һала.

Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән Айгөл менән Динис 2015 йылда өйләнешеп, үҙ көстәре, ҡулдары менән матур йорт һалып ингәндәр.

Ял минуттарында улы Ислам менән төрлө үҫтереүсе уйындар уйнайҙар. Әйткәндәй, “Мәсем” клубындағы уйындарҙа ҡулланылған күп инвентарҙы Айгөл үҙ ҡулдары менән эшләгән.

– Маҡсатың, яратҡан һөнәрең бар икән, тырышып эшләргә генә ҡала. Ул саҡта уңышҡа ла ирешерһең, бөтә теләктәрең дә бойомға ашыр, – ти Айгөл.

Айгөлдөң йәнә бер яратҡан шөғөлө бар. Ул да булһа – “тимер ат”та йөрөү. Руль артында ултырғанына быйыл туғыҙ йыл да булып киткән.

Эшләп кенә түгел, ваҡытында ял да итә белеп, ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәнгән Айгөл. Иртәнсәк бөтә кеше эшкә ашыҡҡанда, ул да теген машинаһы артына ултыра. Ваҡытында төшкө ашҡа туҡтап, кискә тиклем эшен дауам итә. Тормош иптәше, улы ҡайтыуына, ул да эшен тамамлай.

Былтыр улы менән, Анапаға барып, диңгеҙ күреп ҡайтҡандар.

– Әлбиттә, башты ял иттереп, яңы идеялар тыуһын өсөн тирә-яҡ мөхитте алыштырып алыу ҙа шарт. Кеше бер үк эш менән шөғөлләнһә, ул эмоциональ яҡтан янырға мөмкин – дәрте һүнә, ҡулына эш бармай башлай. Шуға күрә лә кешегә ял бик мөһим, – тип һанай ул.

Үҙ бәхетен тормош иптәшендә, улында, яҡындарының имен-һау булыуҙарында күргән Айгөлгә киләсәктә теләктәренең тормошҡа ашыуын, эштәренең алға китеүен теләйбеҙ.

 

Әлфинә ЮЛСУРИНА.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас в